газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Май 2022, 10:49

Һеҙҙең батырлыҡ хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр

7 майҙа Салауатта “Ветеран йорто алдында парад” патриотик акцияның икенсе көнө уҙҙы. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Николай Степанович Косенко, Зәкий Зөлфәр улы Урманшин, Алексей Иванович Шабалин, Яков Семёнович Михайлов, Владимир Антонович Пискарёв, Иван Филиппович Васильев, Ленинград блокадаһы ваҡытында йәшәүсе Светлана Фёдоровна Серёгина һәм концлагерь тотҡоно Надежда Петровна Ляхина ҡотлауҙар ҡабул итте. Ҡайһы бер ветерандар һаулыҡ торошо буйынса парадты ихатаға сығып ҡаршы ала алманы, әммә улар ҙа ҡотлау-бүләктәрһеҙ, ғөмүмән, иғтибарһыҙ ҡалманы.

Һеҙҙең батырлыҡ хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр
Һеҙҙең батырлыҡ хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр

Иртә менән 2-се кадет мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары матур кейенеп, ата-әсәләре менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Косенконың йорто янында йыйылды. Шарҙар, флажоктар менән биҙәлгән подъезд, ветеранды күрергә һәм байрам менән ҡотларға килгән йорт һәм микрорайон халҡы, һуғыш йылдары музыкаһы байрамға үҙенсәлекле мөхит өҫтәне. Николай Степановичты йылы алҡыштар менән ҡаршы алдылар.

– Хөрмәтле Николай Степанович, был көндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов исеменән Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың һәр ваҡыт һеҙҙең янда булыуын теләйбеҙ. Батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ! – тип ҡотланы ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Рундау.

Шулай уҡ ҡотлауҙарға ҡала Советы депутаты Александр Иванов та ҡушылды.
Николай Степанович өсөн байрам тамашаһын “Чудесенка” театраль-хореография студияһы һәм “Забавушка” ансамбле әҙерләгән.

Киләһе парад Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Шабалиндың йорто алдында булды. Уның өсөн “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенең “Беҙҙең театр” студияһы сығыш яһаны. Хәрби кейемдәрҙәге артистар, мәктәпте, училищены тамамлау менән Тыуған илдең намыҫын һәм азатлығын һаҡлап, фронтҡа киткән йәш егет-ҡыҙҙарҙы хәтерләтә ине.

Ветеранға музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Данияр Саттаров музыкаль бүләк әҙерләгән, ул аккардеонда “Өс танкист” көйөн уйнап ҡыуандырҙы.

– Һеҙҙең батырлығығыҙ, рух һәм ихтыяр көсөгөҙ алдында баш эйәбеҙ. Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ бирһен! – тинеләр үҙ ҡотлауҙарында ҡала Советы депутаттары Оксана Редькина һәм Виталий Сомов.
Парадта ҡатнашыусылар Ленинград блокадаһы осоронда йәшәүсе Светлана Серегинаға ла байрам кәйефе бүләк итте. Байрамдың төп героиняһының күршеләре йырҙарға ихлас ҡушылды, кемдәрҙер – урамға сығып, кемдәрҙер балкон аша музыка һәм мөхит менән һуғарылды. Светлана Федоровнаны байрам менән хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рундау, ҡала Советы депутаты Михаил Гусятников һәм ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡотланы, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискаревтың йорто алдына ла байрам килде. Тантананы марш менән урындағы бүлек йәш армеецтары асты. Ветеран уларҙы баҫып, честь биреп ҡаршы алды.

– Беҙҙең илдә Еңеү көнөнән яҡтыраҡ байрам юҡ. Бөгөн бында һеҙгә рәхмәттәребеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе еткерергә йыйылдыҡ. Һеҙҙең батырлыҡтарығыҙ онотолмаһын өсөн, беҙ бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн илебеҙ йәнә нацизм менән көрәшкә инде. Беҙҙең Тыуған илгә булған агрессияны туҡтатыу – беҙҙең бурыс, – тип сығыш яһаны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Мәғизов.

Бар сығыштарҙан һуң ветеран микрофонды һорап алды.

– Бөгөн минең өсөн икеләтә байрам: 7 май – Радио көнө, мин – армия радисы. Миңә автомашиналарҙа һәм вагондарҙа урынлашҡан радиостанцияларҙы хеҙмәтләндерергә тура килде. Минең радиостанциям аша хөкүмәт һөйләшеүҙәре үткәрелә торғайны, – тип хәтирәләре менән бүлеште Владимир Антонович.

Бар ҡотлауҙар һәм артистарҙың сығышы тамамланғас, ветеран йәнә микрофон биреүҙәрен һораны һәм үҙе яҙған, аяныслы һуғыш йылдарына бағышланған йырын йырлап ишеттерҙе. Парад ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары батырҙы бер тынһыҙ тыңланы, кемдәрҙеңдер күҙенә йәштәр тығылды.
Хөрмәтле ветерандар, тыныс тормош һәм аяҙ күк өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Наҙгөл Ҡаҙаҡбаева.

Автор фотоһы.

 

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: