газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Май 2022, 17:40

Театрлаштырылған тамаша менән

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан Салауат башҡорт дәүләт драма театры тармвай идаралығы менән берлектә байрам акция үткәрҙе. Салауаттар 9 май алдынан “Еңеү трамвайы”на ултырып, театр артистары менән бергә һуғыш йылдары йырҙарын йырланы, Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн алышҡан яҡындарын иҫкә төшөрҙө, һорауҙарға яуап биреп спектаклдәргә билеттар отто.

Театрлаштырылған тамаша менән
Театрлаштырылған тамаша менән

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан Салауат башҡорт дәүләт драма театры тармвай идаралығы менән берлектә байрам акция үткәрҙе. Салауаттар 9 май алдынан “Еңеү трамвайы”на ултырып, театр артистары менән бергә һуғыш йылдары йырҙарын йырланы, Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн алышҡан яҡындарын иҫкә төшөрҙө, һорауҙарға яуап биреп спектаклдәргә билеттар отто.

- Беҙ “Еңеү трамвайы” тигән акция уҙғарабыҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына ҡала халҡына, көн һайын эшкә тип ошо трамвайҙарға ултырып йөрөгән Салауат эшсәндәренә үҙенә күрә бүләк. Театр әҙерләгән программала: хәрби йырҙар башҡарыу, 30 кешелек спектаклгә саҡырыу билеттары уйнатыу, шулай уҡ халыҡ менән рәхәтләнеп аралашыу, бәлки, кемдер һуғышта ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән атай-олатайҙары, әсәй-өләсәйҙәре хаҡында иҫтәлектәре менән бүлешергә теләр, - тип һөйләне трамвай ҡуҙғалыр алдынан Салауат драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Уның билдәләүенсә, театр тарафынан быға тиклем Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар, Ватанды һаҡлаусылар көндәре уңайынан “Театраль трамвай” акцияһы уҙғарылған булған һәм халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Вагон килеп туҡтағас, кешеләр ябай трамвайға ултырған кеүек булһа ла, бындағы байрам мөхите уларҙы шунда уҡ сорнап алды. Театр коллективы әҙерләгән программа мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм рухлы ине. Салауаттар ихласлап һуғышта ҡатнашҡан һәм тылда ал-ял белмәй эшләгән яҡындары тураһында һөйләне. Артистар “Шайморатов генерал”, “Катюша”, “Еңеү көнө”, “Ҡараңғы төн” кеүек билдәле йырҙарҙы башлау менән күптәр ҡушылды.
Салауат башҡорт драма театры “Эх, Өфө ҡыҙҙары” һәм “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” спектаклдәренә билеттар уйнатты. Саҡырыу ҡағыҙҙары һуғыш йылдары темаһына һорауҙарға тапҡыр яуап биреүселәргә бирелде. Бынан тыш, театр хәрби темалы календарҙар һәм Георгий таҫмалары таратты.
“Еңеү трамвайы” депонан алып “Газпром нефтехим Салауат” туҡталышына тиклем һәм унан “Салауатбыяла” туҡталышына барып кире депоға әйләнеп ҡайтты. Ошо маршрутты тулыһынса үҙенең ике ейәне менән Валентина Субботкина ла үтте.
- Беҙ махсус рәүештә ошо трамвайға эләгеү өсөн туҡталышҡа ваҡытын белеп сыҡтыҡ. Тамаша бик матур, бигерәк тә ейәндәремә ҡыҙыҡлы булды. Беҙ викторина һорауҙарына яуап бирҙек, спектаклгә билеттар оттоҡ, хәрби йырҙар тыңлап, ҡушылып йырланыҡ. Рәхмәт, ошондай байрам бүләк иткәндәре өсөн, - ти Валентина Субботкина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: