Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 09:16

Тыуған илгә хеҙмәт итеү – изге бурыс

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышҡа арналған «Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө» ҡала байрамы үтте. Хәрби формалағы кешеләр, йәш һалдаттар, ҙур булмаған ҡорал күргәҙмәһе “Ағиҙел”гә хәрби мөхит бирҙе. Шулай уҡ бында «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды. Еңеү ирекмәндәре бөтә ҡунаҡтарға георгий таҫмаһын таратты.

Тыуған илгә хеҙмәт итеү – изге бурыс
Тыуған илгә хеҙмәт итеү – изге бурыс

Был көндө залға бына-бына Ватанға бурысын үтәргә армияға оҙатыласаҡ йәш егеттәр, хәрби хәрәкәт ветерандары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө йыл һайын билдәләнә һәм Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәре сафына призыв осоро менән тап килә.
Байрамды Салауат индустриаль колледжының вокаль ансамбле асты.

– Беҙ, ҡала халҡы, тормошобоҙ һәм азатлығыбыҙ ышаныслы яҡлау аҫтында икәненә ышанабыҙ. Рәсәй гражданының изге бурыс – Ватанды һаҡлауҙы намыҫлы үтәүе ошо ышаныстың төп шарттарының береһе булып тора. Хәрби хеҙмәт – һәр ир-аттың бурысы, Тыуған илебеҙҙең тыныслығы һәм сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләрһегеҙ, илебеҙ намыҫын һәм азатлығын һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙ данына лайыҡлы булырһығыҙ, тип ышанабыҙ! - тип сығыш яһаны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рундау.

Салауат ҡалаһының хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов та хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Телмәрендә ул тиҙҙән егеттәр кейемдәрен хәрби формаға алмаштырып, хәрби хеҙмәткә юлланасағын билдәләне. Фандалиф Мирйәнур улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙан 293 егет хәрби бурысын үтәй, бынан тыш, 301 кеше контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул 21-се мәктәп һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы һәм ойоштороусы Ринат Дилмөхәмәтовты, Ирина Руденконы һәм 17-се мәктәптең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Ибраһимовты Салауат ҡалаһы хәрби комиссариаты грамоталары менән бүләкләне.
Салауат ҡалаһы ҡала советы депутаты, «Дмитрий Донской» хәрби-спорт берекмәһе етәксеһе Сергей Данилов йәш быуынға мөрәжәғәтендә армиянан ҡасып китеү – оят икәнлегенә баҫым яһаны.

– Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм локаль яугирҙар алдында оят буласаҡ. Ни бары бер йыл, ир-егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш! - тине Сергей Данилов.

Тәбрикләүҙәр һәм юл теләктәре музыкаль сәләмләүҙәр менән үрелеп барҙы. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм ҡунаҡтар алдында «Калинка» бейеүе менән «Бриз» өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе - Галина Исакина), «Ватан» хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.
Сығыштарҙан һуң Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, Башҡортостан Республикаһы буйынса махсус тәғәйенләнештәге отряд һәм Салауат ҡалаһы буйынса диңгеҙ пехотаһы ветерандарына һәм инвалидтарына социаль ярҙам ассоциацияһы рәйесе, «Ватан» хәрби-патриотик клубы, «Йәштәш» йәштәр үҙәге һәм «Йәш армия»ның урындағы штабы етәксеһе Альберт Рәхимов йәштәргә теләктәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе.

Алёна Чернова башҡарыуындағы «Хәрби ордендар» йыры күңел түренә үтеп инде. Уны тыңлағанда фронтта башын һалған йәш һалдаттарҙы күҙ алдына килтерәһең.

Илебеҙҙең героик тарихы темаһын дауам итеп, 2016 йылдың 28 сентябрендә ҡалабыҙ биләмәһендә «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһен асырға ҡарар ителеүен билдәләп үтергә кәрәк. Үҫеп килеүсе быуында тыуған ил тарихына һөйөү тәрбиәләү – был йәмғиәттең төп маҡсаты. Тантана көндө ҡунаҡтар һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар йәш ирекмәндәрҙең балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең йәш армеецтары сафына баҫыуына шаһит булды, улар ант бирҙе һәм билдәләр алды.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөнә арналған тантана «Йәштәш» йәштәр үҙәгенең «Адажио» өлгөлө хореографик ансамбленең (етәксеһе - Элина Сәйетбатталова) «Сапҡындар» дәртле бейеүе менән тамамланды.

 

Автор фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: