газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2022, 14:25

Салауатта - «Еңеү трамвайы»

9 май - Еңеү байрамы алдынан, матур йола буйынса, ҡаланың трамвай юлына тарихи вагон сыҡты.

Салауатта - «Еңеү трамвайы»
Салауатта - «Еңеү трамвайы»

9 май - Еңеү байрамы алдынан, матур йола буйынса, ҡаланың трамвай юлына тарихи вагон сыҡты.

- Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ошо вариантты тәҡдим итте, беҙ уйлаштыҡ та, проектты тормошҡа ашырырға булдыҡ, - тип һөйләй Трамвай идаралығы начальнигы Николай Елисеев.
«Еңеү трамвайы»н юлға сығарыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашты.
- Беҙҙең ҡала предприятиеларында һәм ойошмаларында матур йолалар бар. Бөгөн беҙҙә Еңеү көнөнә арнап проектланған вагон юлға сыға. Был проекттың нигеҙендә - ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары фотографияларын һүрәтләү, был уларға, уларҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә ихтирамыбыҙҙы, беҙҙең ирекле илдә йәшә алыуыбыҙға рәхмәт белдереү билдәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә. Беҙҙең бурыс - ветерандарға хөрмәт, хәстәрлек күреү, - тип сығыш яһаны ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Еңеү көнө менән ҡотлау һүҙҙәрен Трамвай идаралығы начальнигы Николай Елисеев еткерҙе.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауат ҡалаһын Почетлы гражданы Таис Колышев Салауат ҡалаһын һуғышта Еңеү яулап ҡайтҡан фронтовиктарҙың төҙөүе хаҡында билдәләп үтте.
- Был ерҙә ҡоро ялан була һәм тап оҙайлы һуғыш мәхнәттәрен күреп ҡайтҡан фронтовиктар Салауатҡа нигеҙ һалып, уны күтәрә. Беҙҙең илдә был һуғыш ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡ. Яңы быуын бөгөнгө яҡты киләәскте яулап ҡалған ата-бабалары хаҡында бер ҡасан да онотмаҫ, - тип мөрәжәғәт итте ветеран.
Музыкаль ҡотлау ҙа яңғыраны - Тәслимә Шебина хәрби йылдар йырҙарын башҡарҙы.
Һуңынан яңы, байрамса төҫ алған трамвай юлға сыҡты. Уның борттарында 17 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының портреттары бирелгән, бынан тыш, ул хәрби тематикалы һүрәттәр, «Еңеү байрамы менән» кеүек яҙыуҙар менән бик матур итеп биҙәлгән. Трамвайҙың эсе лә байрамса - шарҙар, плакаттар эленгән. Руль артындағы 1-се класлы водитель Татьяна Пителина матур формала.
Әйткәндәй, «Еңеү трамвайы» салауаттарҙы 9 майҙа иртәнге сәғәт 10-сы яртынан алып көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем бушлай йөрөтәсәк.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: