газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 10:10

Салауаттар “Еңеү зарядкаһы”на ҡушылды

Ҡалабыҙ йәштәре өсөн апрелдең һуңғы көндәренең береһендә яҙғы иртә күңелле, дәртле һәм һаулыҡ өсөн файҙалы башланды. Салауат башҡорт дәүләт драма театры алдындағы майҙансыҡта 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған физкультура-һауыҡтырыу акцияһы үтте. Уны ҡалабыҙ театры физик культура һәм спорт идаралығы менән берлектә ойошторҙо.

Салауаттар “Еңеү зарядкаһы”на ҡушылды
Салауаттар “Еңеү зарядкаһы”на ҡушылды

Ҡалабыҙ йәштәре өсөн апрелдең һуңғы көндәренең береһендә яҙғы иртә күңелле, дәртле һәм һаулыҡ өсөн файҙалы башланды. Салауат башҡорт дәүләт драма театры алдындағы майҙансыҡта 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған физкультура-һауыҡтырыу акцияһы үтте. Уны ҡалабыҙ театры физик культура һәм спорт идаралығы менән берлектә ойошторҙо.

- Бөгөн “Еңеү зарядкаһы” акцияһында Салауат театры артистары, хеҙмәткәрҙәре, физик культура һәм спорт идаралығы белгестәре ҡатнаша. Шулай уҡ асыҡ һауалағы зарядкаға Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар, медицина, индустриаль колледждар студенттарын йәлеп иттек, - тип һөйләй физик культура һәм спорт идаралығының спорт-масса бүлеге етәксеһе Руслан Зәйнәғетдинов.
- Беҙ “Еңеү зарядкаһы” акцияһында тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Ул Бөйөк Еңеүгә хөрмәт күрһәтеү билдәһе. Еңеү көнөн билдәләүҙең төрлө форматтары бар, Мәҙәниәт министрлығы һәм республика Хөкүмәте спорт, мәғариф һәм сәнғәт өлкәһен берләштереп яңы саралар ойоштора. “Еңеү зарядкаһы” - бик күңелле, дәртле, сәләмәт тормош рәүешенә әйҙәй. Һуғыш осоронда һалдаттарҙа, беренсенән, еңеү яулау өсөн ынтылыш көслө булһа, икенсенән, уларҙың физик хәлдәре лә ныҡлы булған. Был бик һәйбәт акция, ул йыл һайын уҙғарылыр, киләһе йылда ҙурыраҡ майҙан һайлап, күберәк халыҡ йәлеп итеп үткәрербеҙ, тип уйлайым. Мәҙәниәт, спорт, йәштәр синтезы бик тә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, минеңсә, - ти Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Акция драма театры артистарының театрлаштырылған тамашаһынан башланды. Актерҙар йәштәр алдында һуғыш йылдары йырҙары менән сығыш яһаны.
Зарядканы Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, ил кимәлендәге күп ярыштар һәм турнирҙар призеры, спорт акробатикаһы буйынса халыҡ-ара турнир финалисы, Рәсәй спорт мастеры Антон Панков уҙғарҙы. Күнегеүҙәр бик ҡатмарлы ла түгел ине, шуға йыйылыусылар дәртле музыка аҫтына башҡарылыусы күнекмәләргә еңел ҡушылып китте.
- Һәр спортсы, һәр кеше йоҡо, физик күнегеүҙәр, туҡланыу режимын тоторға тейеш. Шул ваҡытта уның һаулығы ла шәп булыр, тормошта ла күпкә ирешер. Бындай акцияларҙы йышыраҡ та ойошторорға кәрәк, улар йәштәрҙе актив тормош рәүешенә әйҙәүгә булышлыҡ итә, - ти Антон Панков.
Сара һуңында Салауат театрының “Эх, Өфө ҡыҙҙары” спектакленә билеттар уйнатылды. Спортҡа бәйле һорауҙарға дөрөҫ һәм тиҙ яуап биреүселәр билетлы булды.
Евгения Пикалова һәм Анна Ковалькова, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары:
- Беҙҙе ошо сараға саҡырыуҙарына бик шатбыҙ. Яңыраҡ практика үттек һәм балалар менән дәрес араһында шулай уҡ зарядка үткәрҙек. Беҙ төркөм менән колледжда һәм ҡалала үткәрелгән төрлө сараларҙа актив ҡатнашырға тырышабыҙ. Зарядка беҙгә көндәлек дәрт, энергия бирҙе, театр күрһәткән тамаша ла оҡшаны. Беҙ һорауҙарға яуап биреп, спектаклгә билеттар ҙа оттоҡ. Акцияны ойоштороусыларға рәхмәт әйтке килә, ысынлап та, ул беҙгә көн һайын актив тормош рәүеше алып барыу мөһим икәнлеген иҫкә төшөрҙө.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: