газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
5 Май 2022, 17:57

9 май байрамдарында ниндәй саралар уҙа?

7 майҙа ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында еңел атлетика эстафетаһы, спорт йәрминкәһе, балалар һүрәттәренең күргәҙмәһе, ҡала коллективтарының концерты, китаптар күргәҙмәһе була (0+). Салауаттар шулай уҡ ағас ултыртыуҙа ҡатнаша ала. Спорт һәм мауыҡтырғыс уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк (0+).

12.30 - 15.00 - Hariey-Davizion Өфө мотомиҙгелдең асылыуы (0+).
8 майҙа 11.35 - 12.20 «Юрматы ере» мемориаль комплексында митинг (0+).
9 майҙа иртәнге 11.00 сәғәттә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған митинг, «Үлемһеҙ полк» (0+).
20.00 - 23.00 - киске концерт программаһы, байрам салюты (6+).

7 майҙа картиналар галереяһында салауаттар өсөн «Бала саҡ ярҙары» (0+) күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ошо уҡ көндө картиналар галереяһы һәм тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрҙә Еңеү көнөнә ҡотлау видеороликтары урынлаштырасаҡ. Уларҙы #музейсалават һәм #картиннаягалерея хештегтары буйынса үтеп, күрергә мөмкин. 9 майҙа ҡала халҡы «Еңеү көнөндә Асыҡ ишектәр көнө» (0+) республика музей акцияһына ҡушыла ала. 10 майҙа «Еңеү шатлығы» проектының онлайн-трансляцияһын күрергә була. Унда ветерандар Бөйөк Еңеү тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашасаҡ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: