газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
2 Май 2022, 16:28

"Еңеү тәҙрәләре" - Салауатта

1 майҙан 9-ына тиклем рәсәйҙәр тәҙрәләрен Бөйөк Еңеү символадары: һүрәттәр, плакаттар, ҡыҙыл йондоҙҙар, ветерандар адресына рәхмәт һүҙҙәре менән биҙәп, "Еңеү тәҙрәләре" акцияһында ҡатнаша. Салауаттар ҙа был акцияға әүҙем ҡушыла ала.

- Был акцияға ҡушылып, ветерандарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерә алаһығыҙ. Тәҙрә-балкондарығыҙҙы байрамға ошо рәүешле биҙәү изге йолаға әүерелеүенә ышанам, - тип салауаттарҙы акцияла ҡатнашырға саҡыра ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Тәҙрәләрҙе нисек биҙәргә мөмкин? Улар әҙер наклейкалар ҙа, ҡулдан эшләнгән трафареттар һәм аппликациялар ҙа, Бөйөк Еңеүгә арналған һүрәттәр булыуы ла мөмкин. Бөтә ил буйынса меңәрләгән тәҙрәләр аяҙ күк йөҙө өсөн "Рәхмәт!" әйтәсәк. Уларҙы фотоға төшөрөп, ОКНА_ПОБЕДЫ хэштегы менән социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға мөмкин.

Фото "Выбор" гәзитенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: