газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2022, 11:17

«Исем һиңә – Еңеүсе!»

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы хәйриә һәм коммерция фильмдары, шул иҫәптән Пушкин картаһы буйынса фильмдар күрһәтә. Республиканың муниципаль кинотеатрҙарында 1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ваҡиғалар һәм дөйөм донъя хаҡына ғүмерҙәрен һәм көсөн һалған кешеләр тураһында һөйләүсе иң яҡшы Рәсәй һәм Башҡортостан фильмдары күрһәтелә.

«Исем һиңә – Еңеүсе!»
«Исем һиңә – Еңеүсе!»

Кинопрокат программаһында – «Беренсе Оскар» (12+) (реж. Сергей Мокрицкий), «1941.Крылья над Берлином» (12+) (реж. Константин Буслов), тамашасылар яратып өлгөргән «Красный призрак» (12+) (реж. Андрей Богатырев), «Мария. Спасти Москву» (12+) (реж. Вера Сторожева) һәм «Һеңлекәш» (6+) (реж. Александр Галибин) фильмдары.

Тамашасылар башҡорт кинематографистарының альманахын ҡарай ала, унда «Кластан тыш дәрес» (6+) (реж. Руслан Юлтаев), «Саптар» (12+) (реж. Роман Пожидаев) һәм «Өс хат» (12+) (реж. Руслан Юлтаев) фильмдары инә.

Билдәләп үтергә кәрәк, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы күрһәтергә планлаштырған Башҡортостан Республикаһының муниципаль кинозалдары «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Кино фонды ярҙамында яңыртылды.

«Беренсе Оскар» (12+) фильмын коммерция күрһәтеү республиканың 28 муниципаль кинозалында үтәсәк. Салауат ҡалаһындағы "Ағиҙел" мәҙәни-ял үҙәге кинотеатрында уны 21, 22 һәм 24 апрелдә күрһәтәләр.

Жанры: драма, хәрби, тарих

Сюжеттың тасуирламаһы:

1941 йыл. Егерме йәшлек студент-операторҙар Лев Альперин менән Иван Майский иң яҡшы курс операторы һәм актерлыҡ факультетынан һылыу ҡыҙҙың һөйөүе өсөн көс һынаша. Эвакуация башланғас, өсәүләшеп ситкә китеүҙән баш тарталар һәм фронтҡа китәләр. Рекордлы ваҡыт эсендә төшөрөлгән «Разгром немецких войск под Москвой» документаль фильмы (режиссерҙары Илья Копалин һәм Леонид Варламовтың) 1943 йылда тарихта тәүгеләрҙән булып иң яҡшы документаль фильм өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була.

 

«1941.Крылья над Берлине» (12+) (режиссеры Константин Буслов) фильмын күрһәтеү республиканың 31 муниципаль кинозалында, шул иҫәптән Салауатта “Ағиҙел” үҙәге кинотеатрында 28 апрелдән 18 майға тиклем дауам итә.

Жанры: хәрби, боевик

Сюжеттың тасуирламаһы:

Полковник Преображенский етәкселегендә Балтик флоты Хәрби-һауа көстәренең 1-се мина-торпеда авиация полкы лётчиктарының батырлығы тураһында тарих. Уларҙың ауыр хәрби бурысы була - тәүгеләрҙән булып Берлинға, фашистик Германияның баш ҡалаһына бомба менән һөжүм итеү.

 

4 майҙан 10-на тиклем (килешеү буйынса) республиканың муниципаль кинозалдарында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Кластан тыш дәрес» (6+), "Өс хат" (12+) (режиссер Руслан Юлтаев) һәм «Саптар» (12+) (режиссеры Роман Пожидаев) фильмдарын күрһәтеү ойошторола. Хәйриә фильмдары күрһәтеләсәк тораҡ пункттар тураһында мәғлүмәт һуңғараҡ киностудияның рәсми сайтында баҫыласаҡ.

Байрам акцияһының афишаһын раҫлағандан һуң Салауат ҡалаһының "Ағиҙел" кинотеатрында кинофильмдар күрһәтеү көндәрен һәм ваҡытын баҫтырып сығарырбыҙ.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: