Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Апрель , 16:45

Салауаттар Бөйөк Еңеү көнөн шиғыр һөйләп ҡаршылай

Еңеү көнөнә тиклем бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалып бара. Байрам алдынан Салауат башҡорт дәүләт драма театры “Беҙ һуғыш тураһында шиғыр менән һөйләйбеҙ” тигән шиғыр һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсын иғлан итә. Унда төрлө йәштәге теләге булған кешеләр ҡатнаша ала.

Ижади бәйгелә һынау тотоу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙы рус йәки башҡорт телендә һөйләгән видеоны “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙ сәхифәгеҙҙә урынлаштырырға кәрәк, әҫәрҙең авторын, шиғыр уҡыусының йәшен күрһәтергә һәм #чтецтеатрсалават2022 тигән хештегты ҡуйырға онотмағыҙ.
Конкурста ҡатнашыусының йәше мөһим түгел, әммә балалар менән видеоны уларҙың ата-әсәләре ҡуйырға тейеш.
Конкурстың һөҙөмтәләре 13 майҙа билдәле була. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы электрон дипломдар, ә еңеүселәрҙе Салауат драма театрына билеттар көтә.
Фото Салауат башҡорт дәүләт драма театрының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в