Ирем менән гражданлыҡ никахында 20 йыл йәшәнек. Көтмәгәндә бәхетһеҙлек килеп ишек шаҡыны - ирем фажиғәле вафат булды. Уға рәсмиләштерелгән фатир тороп ҡалды. Уртаҡ балаларыбыҙ юҡ. Мин мираҫсы була аламмы?
Айзирә.
Флүрә ҒӘФҮРОВА,
БР Адвокаттар коллегияһының коммерцияға ҡарамаған филиалы адвокаты яуап бирә.
Хоҡуҡи күҙлектән ҡарағанда, гражданлыҡ никахындағылар ир менән ҡатын тип иҫәпләнмәй. Шуның өсөн һеҙ, закон буйынса, мираҫсы була алмайһығыҙ. Мираҫҡа эйә булыуҙың тағы бер юлы бар. Әгәр һеҙ суд тәртибендә мәрхүмдең тәрбиәһендә булған тип танылһағыҙ, ирегеҙҙең исемендәге мөлкәткә дәғүә итә алаһығыҙ.
Һорауҙарығыҙҙы редакцияға яҙып ебәрегеҙ йәки 32-03-92 телефонына шылтыратығыҙ.