газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юрист кәңәше
14 Февраль 2018, 11:05

Банктан рөхсәт кәрәк

Ике йыл элек ипотекаға фатир алғайныҡ. Ул үҙемә һәм тормош иптәшемә рәсмиләштерелгән. Өҫтәүенә, мин - поручитель. Хәҙер айырылышабыҙ. Ирем үҙемдең өлөшөмдән баш тартырға ҡуша. Ул сағында минән бурыс буйынса бөтә яуаплылыҡ алып ташланамы? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Айгөл.

Ике йыл элек ипотекаға фатир алғайныҡ. Ул үҙемә һәм тормош иптәшемә рәсмиләштерелгән. Өҫтәүенә, мин - поручитель. Хәҙер айырылышабыҙ. Ирем үҙемдең өлөшөмдән баш тартырға ҡуша. Ул сағында минән бурыс буйынса бөтә яуаплылыҡ алып ташланамы? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Айгөл.

Килешеүҙе үҙгәртер өсөн, тәү сиратта, банктың ризалығы кәрәк. Әгәр ул рөхсәт итеп, ипотеканы бары ирегеҙ исеменә генә рәсмиләштерһәләр, һеҙҙән бурыс алынасаҡ. Фатирға һалынған дөйөм аҡса теүәл икегә бүленергә тейеш. Үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө ирегеҙҙән талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ.


Читайте нас: