газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юрист кәңәше
28 Ноябрь 2017, 15:15

Закон милексе яғында

Ирем менән ике бүлмәле фатирҙа торабыҙ. Фатир хужалары булып икебеҙ ҙә теркәлгән. Иптәшем бер ҡайҙа ла эшләмәй, бер туҡтауһыҙ эсә, айнығаны ла юҡ. Йортҡа үҙе кеүектәрҙе, берәҙәктәрҙе йыя. Бындай тормоштан арыным. Фатирҙы һатып бүлешергә риза түгел. Участковыйҙарға ла мөрәжәғәт итеп ҡараным - файҙа юҡ. Миңә ни эшләргә? Яҙгөл.

Флүрә Ғәфүрова,

БР Адвокаттар коллегияһының коммерцияға ҡарамаған филиалы адвокаты яуап бирә.
Ирем менән ике бүлмәле фатирҙа торабыҙ. Фатир хужалары булып икебеҙ ҙә теркәлгән. Иптәшем бер ҡайҙа ла эшләмәй, бер туҡтауһыҙ эсә, айнығаны ла юҡ. Йортҡа үҙе кеүектәрҙе, берәҙәктәрҙе йыя. Бындай тормоштан арыным. Фатирҙы һатып бүлешергә риза түгел. Участковыйҙарға ла мөрәжәғәт итеп ҡараным - файҙа юҡ. Миңә ни эшләргә?

Яҙгөл.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закон уның яғында. Сөнки һеҙ, шул иҫәптән ирегеҙ ҙә милексе булып тораһығыҙ. Әгәр фатирығыҙ хосусилаштырылмаған һәм ул дәүләт ҡарамағында булһа, тәртипһеҙ тормош рәүеше алып барғаны өсөн, уны ҡыуып сығарырға булыр ине. Әгәр участковый бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул итмәй икән, прокуратураға ғариза яҙа алаһығыҙ.


Һорауҙарығыҙҙы редакцияға яҙып ебәрегеҙ йәки 32-03-92 телефонына шылтыратығыҙ.


Читайте нас: