Флүрә Ғәфүрова, БР Адвокаттар коллегияһының коммерцияға ҡарамаған филиалы адвокаты яуап бирә.
Дүрт йыл элек 70 мең һум кредит алғайныҡ. Уның ете меңен страховка итеп тотоп алып ҡалдылар. Бер йылдан түләп бөтәбеҙ. Беҙ страховка суммаһын кире ҡайтара алабыҙмы?
Килешеүҙе ентекләп уҡып сығырға кәрәк. Әгәр унда шундай шарт ҡуйылған икән, аҡсағыҙҙы юллай алаһығыҙ.
Һорауҙарығыҙҙы редакцияға яҙып ебәрегеҙ йәки 32-03-92 телефонына шылтыратығыҙ.