Был юлы әхирәтем Гөлнур менән көндөҙгө сәғәт дүрттә уҙған Күмертау-Өфө поездына ултырып юлға сыҡтыҡ. Заманы элек башҡарасаҡ ине шул, әлеге кеүек автобустар юҡ, беҙҙең яҡҡа ҡайтыу өсөн иң уңайлыһы ошо поезд. Ҡыш көнө көндөң оҙонлоғо ҡыҫҡа – Төкөн станцияһына килеп еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Шулай ҙа тиҙерәк ҡайтып етеп, киске уйынға сығыу ине уйыбыҙ. Өс саҡрым самаһы ятҡан Үзбәк ауылын үткәс, көслө ел сығып, буран башланды. Юлда беҙҙән башҡа бер кем дә юҡ. Юлды ла тапмай башланыҡ, әҙ генә ситкә сыҡһаң аяҡтар көрткә батып йығылабыҙ. Күпмелер шулай юл эҙләп бара торғас, алда ут күренгән яҡҡа ыңғайланыҡ. Бата-сума бара торғас, беҙ күргән ут та юҡ булды. Һаман тырышып алға барабыҙ, хәҙер икенсе яҡта ут янғаны күренде лә әҙерәк торғас уныһы ла күренмй башланы. Шулай атлай торғас, үҙебеҙ өшөп-туңып, аҙашҡанды аңланыҡ. Хәҙер күңелдә уйын ҡайғыһы түгел, йәшәү ҡайғыһы ине.
Тәүҙә мин бирештем, күрәһең, йоҡо баҫа башланы. Барған еремдән йығылып китеп көрт эсенә сумдым – шундай рәхәт. Шул рәхәтлектән йоҡлап киткәнмен. Иҫ йыйғанда Гөлнур мине һөйрәп илай, ҡолағымда: “Зилә, Зилә уян, уян. Ҡар эсендә йоҡларға ярамай, туңып үләһең бит”, тигән һүҙҙәре ишетелә. Үҙемдә юҡ йоҡламаҫҡа тигән уй булһа ла, ҡуҙғалып та булмай, уянаһы ла килмәй. Гөлнурҙың илай-илай мине көрт эсенән тартыуы, әлегә тиклем иҫемдән сыҡмай. Рәхмәт уға, мине ташлап китмәгәне өсөн!
Ауа-түнә муйындан ҡар ярып тағы ла атлай башланыҡ. Алда өй ҙурлығындай ҡар өйөмөн күреп, шунда туҡталдыҡ. Икенсе яғына сығып ҡарағас ҡына, эҫкерт икәнлеген аңлап, шундай һөйөндөк, күңелдә ниндәйҙер өмөт ҡабынды. Һаламды соҡоп, үҙебеҙгә өй эшләп, төпкәрәк инеп ултырҙыҡ. Быймалар таш кеүек ҡатҡан. Уларҙы сисеп һалып, аяҡтарыбыҙҙы бергә минең мамыҡ шәлгә урап алғас, бер-беребеҙгә һыйынып ултырып йоҡлап та киткәнбеҙ.
Ә иртән кемдеңдер ат ҡыуған тауышына уянып киттек. Быймаларыбыҙҙы кейеүҙе уйламай, йәһәт кенә тороп тышҡа ынтылдыҡ. Буран тымған, көн матур. Һикерә-һикерә ҡысҡырып ҡул болғайбыҙ, ишетһәләр, күрһәләр ярар ине тип. Китеп барыусылар беҙҙе күреп, аттарын беҙҙең яҡҡа борҙолар. Улар Самыш ауылының ирле-ҡатынлы кешеләре булып сыҡты. Беҙҙе өйҙәренә алып ҡайтып, аяҡтарыбыҙҙы ҡар менән ыуып, мәтрүшкәләп сәй эсереп, юрғанға төрөп һалдылар. Өй хужаһы, минең Әлтәшле ауылындағы еҙнәмдең бер туған ғына энеһе булып сыҡты.
Күпме ғүмерҙәр үтеп китһә лә, ошо үҙем кисергән мәлдәр һис иҫемдән сыҡмай. Шул ғүмер өсөн сәмләнеп, рухланып йәшәнек, тиһәм дә хата булмай.
Гөлнур бер ҡыҙ, бер малай үҫтереп, балалары тормошта күренекле урын алып йәшәйҙәр. Беҙ ҙә, иптәшем менән дүрт бала үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иттек.
Ойоҡһотоп яуған ҡарҙы, киске ет-бурандарҙы күрһәм, йөрәгем өшөй - юлдағылар иҫән генә булһындар инде, тип теләйем.
Зилә Йәрмөхәмәтова.