Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Апрель 2021, 14:00

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (26 апрель-2 май)

Йондоҙнамә (26 апрель-2 май)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ниһайәт, һеҙҙең урамға ла байрам килер. Эшегеҙҙә үрләтеүҙәре, хеҙмәтегеҙ өсөн премия алыуығыҙ мөмкин. Ғаиләгеҙгә лә ваҡыт табырһығыҙ. Бергәләп өй мәшәҡәттәрендә булышырһығыҙ. Эре әйбер һатып алыуығыҙ бар.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларға борсолоу өсөн урын табылмаҫ. Бөтә вағыраҡ маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр, тырышһағыҙ, ололарын да булдырырһығыҙ. Тик өмөт иткән аҡсағыҙҙы ала алмаҫһығыҙ. Ҡыҫҡа ғына юлға сығырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Һәр башланғысығыҙ ҙа уңышлы килеп сығыр, теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ һеҙгә матур сюрприз яһар. Ҙур әйберҙе кредитҡа алыу кәңәш ителмәй. Һаулығығыҙ күҙ уңынан ысҡынмаһын.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалаларға ҡәтғи аҙымдарға барыу тыйыла. Бигерәк тә икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Йөрәк менән сирлеләргә һаулығына иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Ял көндәре ҡыҙыҡлы үтер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙнала эшегеҙ бик көсөргәнешле барыр. Шуға күрә буш ваҡытығыҙҙы тыныс шарттарҙа уҙғарыу хәйерле. Сит кеше мөхәббәтен белдереп һөйгәнегеҙҙә көнләшеү тыуҙырыр. Сәс киҫтереп, йә яңы кейем алып үҙегеҙҙе шатландыррыһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Осор күсемһеҙ милеккә бәйле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн уңышлы. Сәйәхәткә сығып китеүселәр үкенмәҫ. Ғаиләгеҙҙәге татыулыҡ һеҙгә ышаныс өҫтәр. Мәҙәни, спорт сараларында булырһығыҙ, яңы таныштар табырһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәр был аҙнала тирә-яҡтағылар өсөн үҙен аңлайышһыҙ итеп тотор. Ҡәнәғәтһеҙлек, үпкәләп барыуығыҙ арҡаһында күптәр һеҙгә арты менән боролор. Яҡындарығыҙ ғына терәк булыр. Ялды тәбиғәттә үткәрегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндарға бер нисә тапҡыр үҙ фекерен яҡларға тура килер. Ныҡышмал булығыҙ, үҙегеҙҙекендә тороғоҙ. Тиҙ генә килем алыу теләге менән авантюраға ылығыуығыҙ бар. Туғандарығыҙ менән ғауғалашыуҙан һаҡланығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсылар өсөн хис-тойғолар яғынан һәйбәт аҙна килмәксе. Һеҙҙе ихтирам иткән кешеләр ярҙамында яңы үрҙәргә менә алырһығыҙ. Саф һауалағы яҡындарығыҙ менән берлектәге ял яҡшы кәйеф бүләк итер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эшкә һалҡын ҡарарһығыҙ, күңелегеҙ тик ял итергә ашҡынып торор. Шулай ҙа эске һиҙемләү тойғоһо мөһим проекттарҙы ҡулдан ысҡырмаҫҡа ярҙам итер. Баҡса эштәрен башларһығыҙ. Матур кейем алырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Ҡыҙыулыҡтан етди ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы белдергәндә лә үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Изге эштәр ҡылып һеҙ тыныслыҡ алырһығыҙ. Балаларығыҙ шатландырып торор.
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтарға башҡаларҙың кәңәштәрен тыңламау, ә үҙенең теләгенә таянып эш итеү хәйерлерәк. 2 майҙа мөһим осрашыу көтә. Йортта өмә ойоштороп ташларһығыҙ. Ашамлыҡ менән ағыуланыу ихтималлығы юғары.
Читайте нас: