газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Март 2021, 13:03

Йондоҙҙар ни вәғәҙәләй?

22- 28 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә

22- 28 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә
Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Осор ауыр ғына килмәксе. Хатта тырышып эшләүегеҙ ҙә һөҙөмтә бирмәҫ. Аҙнаның икенсе яртыһында матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн яңы сығанаҡтар табылыр. Бер кемгә лә үпкәләмәгеҙ, үпкәләтмәгеҙ ҙә.
Буға (20.04 – 20.05)
Башланған эштәрҙе тамамлап, яңыларына тотонорға ваҡыт. Аралаша белеү һәләтегеҙ яңы танышлыҡтар булдырырға ярҙам итер. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Кесаҙна финанс документтарына ҡул ҡуйыуҙан тыйылығыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Йорт мәшәҡәттәрен икенсе яртығыҙ менән бергә башҡарыуҙан ҙур шатлыҡ кисерерһегеҙ. Уйланылмаған ҡылыҡ арҡаһында дуҫтарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Ҡиммәтле биҙәүестәр алыу кәңәш ителмәй.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлмәй. Һөйгәнегеҙ мөхәббәтен белдерер. Яҡындарығыҙ тураһында ла хәстәрлек күрергә онотмағыҙ. Маҡсаттарығыҙҙы уңышлы бойомға ашырырһығыҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Осор уңышлы килер. Туғандарығыҙҙың, һөйгәнегегеҙҙең мөхәббәтенә сорналып йәшәрһегеҙ. Финанс проблемалары кисермәҫһегеҙ. Яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Диетаға ултырып алыу ҡамасауламаҫ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Аҙна көтөлмәгән осрашыуҙарға һәм танышлыҡтарға бай булыр. Карьера баҫҡысынан үрләү хыялы әлегә бойомға ашырылмаҫ. Ғаиләгеҙ менән бергә ҡаланан ситтә ял итеү араларҙы нығытыр, кәйефегеҙҙе күтәрер.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Алдағы көндәргә пландар ҡормағыҙ, сөнки улар төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙәреп торор. Күп кенә сәйхәттәр көтә үҙегеҙҙе. Матурлыҡ салонына барығыҙ, прическағыҙҙы алыштырығыҙ. Күптән алынған бурысты түләргә ваҡыт.
Саян (24.10 – 22.11)
Тырыш хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Уның ҡарауы, уңышығыҙҙан көнләшеүселәр ҙә табылыр. Тормош иптәшегеҙ менән икегеҙ араһында көсөргәнеш тыуыр.Эшҡыуарҙарға әүҙемлек күрһәтергә кәрәк.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡаршылыҡтар булыр, әммә һеҙ уларҙы ҡыйыу үтә алырһығыҙ. Был айҙа финанс хәлегеҙ ҡәнәғәтләнерлек булмаҫ. Килешеүҙәр төҙөү өсөн уңышлы мәл түгел. Йома бәхетле осраҡ кисерерһегеҙ. Яңы романтик осрашыуҙар көтөлә.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштәрҙең күп булыуы сәләмәтлегеҙгә кире йоғонто яһар. Бәхәсле мәлдәргә ҡыҫылмағыҙ. Йортоғоҙҙа тауыш сыҡмаһын өсөн үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Эш эҙләүселәр әңгәмәләшеүгә барғанда ентекле әҙерләнһен.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Тынысһыҙ һәм мәшәҡәтле ваҡыт. Эш менән ғаилә араһында өҙгөләнерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәргә етдиерәк ҡарағыҙ, юғиһә бәхетегеҙҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырыуығыҙ ихтимал. Ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ бар.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Йортта ла, эштә лә проблемалар күренмәй. Һүҙегеҙҙе ипләп һөйләгеҙ, сөнки һеҙҙән алынған мәғлүмәтте икенсе берәү үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыр. Сәләмәтлегегеҙ борсомаҫ. Иң уңышлы көнөгөҙ - шаршамбы.
Читайте нас: