газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Март 2021, 11:05

Падишаһ аҙ бирмәҫ

Бер падишаһ балаларының Ҡөрьәнде нисек үҙләштереүҙәрен белер өсөн дәрескә ингән һәм шул ваҡыт уның иғтибарын бер бала йәлеп иткән.- Бала, уҡыуҙар нисек бара? Һин кластың иң яҡшы уҡыусыһылыр әле? - тип һорашҡан. Бала:- Кешегә үҙ-үҙен маҡтау килешмәҫ, - тигән.

Бер падишаһ балаларының Ҡөрьәнде нисек үҙләштереүҙәрен белер өсөн дәрескә ингән һәм шул ваҡыт уның иғтибарын бер бала йәлеп иткән.
- Бала, уҡыуҙар нисек бара? Һин кластың иң яҡшы уҡыусыһылыр әле? - тип һорашҡан.
Бала:
- Кешегә үҙ-үҙен маҡтау килешмәҫ, - тигән.
Шунан падишаһ уҡытыусынан был бала тураһында һорашҡан.
Уҡытыусы:
- Был бала бик һәйбәт уҡый, класта беренсе, - тигән.
Падишаһ кеҫәһенән бер алтын тәңкә сығарған һәм әлеге балаға һуҙған. Ләкин бала тәңкәне алырға ашыҡмаған, бының өсөн атаһының үҙен әрләйәсәген әйткән.
Шунан падишаһ:
- Ал-ал, падишаһ бирҙе, тиерһең, - тип баланы өгөтләмәксе булған.
Быға бала яуап итеп:
- Падишаһ бирһә, күп итеп биргән булыр ине, тип атайым миңә ышанмаясаҡ, - тигән.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, падишаһ балаға ус тултырып аҡса сығарып бирергә мәжбүр булған.
Читайте нас: