газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Март 2021, 10:40

Фарш тултырылған кәбеҫтә

Фарш өсөн 700 гр кишер, 300 гр һуған, 300 гр помидор, 250 гр баклажан йәки татлы борос, 100 гр бешкән дөгө ярмаһы, 5 бешкән йомортҡа, 100 гр үҫемлек майы кәрәк. Соус өсөн 0,5 литр ит һурпаһы, 500 гр ҡаймаҡ, 50 гр он, 100 гр томат пастаһы, тәменсә ҡара борос, тоҙ талап ителә.

Кәбеҫтәнең күсәнен айырып алып, үҙен һыуҙа яртылыш бешергәс, япраҡтарын алабыҙ. Фарш өсөн йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ ҙа, һыуытҡас, дөгөгә шаҡмаҡлап туралған йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. Еүеш таҫтамал өҫтөнә кәбеҫтәнең эре япраҡтарын теҙеп, уртаһына фарш һалабыҙ, өҫтөнә бәләкәсерәк япраҡтарын һалып уларының да эсенә фарш һалабыҙ, шулай уртаға ҡәҙәр теҙәбеҙ. Уртаға күсәнен ҡуябыҙ. Таҫтамал ярҙамында кәбеҫтәне әүәлге формаһына ҡайтарабыҙ ҙа, 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Соус өсөн ондо һурпаға ҡушып ҡайнатып сығарғас, ҡаймаҡ ҡушып 7 минут тирәһе бешерәбеҙ. Томат иҙмәһен айырым бер һауытта яртыһы ҡалғансыға тиклем ҡайнатабыҙ ҙа соус менән ҡушабыҙ. Тоҙ, борос һалырға онотмағыҙ.
Майлы табаға кәбеҫтәне таҫтамалынан алып ҡуябыҙ ҙа 180 градус эҫелектәге духовкаға бешерергә ҡуябыҙ. Бешеп етәрәк өҫтөнә соус ҡоябыҙ һәм йөҙө килгәнсе тотабыҙ.
Читайте нас: