газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
15 Март 2021, 09:55

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә(15-21 март)

Йондоҙнамә(15-21 март)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙыларға карьера баҫҡысы буйлап үрләү өсөн ныҡ ҡына тырышлыҡ һалырға тура килер. Яңы таныштарығыҙҙы ысын дуҫтарығыҙ сафына индермәй тороғоҙ. Һөйгәнегеҙгә хистәрегеҙҙе әйтеп тороғоҙ. Аҡсаны ипләп тотоноғоҙ.
Буға (21.04-21.05)
Һеҙ көтөлмәгән ҡылыҡтарығыҙ менән тирә-яҡтағылар аптырыуға ҡалдырырһығыҙ. Эштә лә коллегаларығыҙ менән һүҙгә килерһегеҙ. Был арала ҡайнар мөхәббәт ялҡынында янырһығыҙ. Ял көндәрен ҡаланан ситтә уҙғарыу яҡшы.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәрҙе һуңғараҡҡа ҡалдырығыҙ. Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән борсаҡ бешмәҫ, шулай ҙа араларҙы көйләү хәйерлерәк. Ниндәйҙер стресс кисереүеҙ ихтимал. Һәйбәт ял талап ителә һеҙгә.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар был аҙнаны тыныс ҡына уҙғарыр. Тик оло быуын туғандарығыҙ ғына ҙур эш башлап, һеҙҙе лә ылыҡтырыр. Һаулығығыҙҙан ҡолаҡ, тамаҡ үтә һаҡлыҡты талап итер. Балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эштә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәргә өмөт итә алаһығыҙ, һеҙ быға лайыҡ. Тик шәхси тормошоғоҙҙа икенсе яртығыҙ менән аралар өҙөлөү сигенә барып етер. Көсөргәнешлектән үҙ хәлегеҙгә ҡайтыу өсөн оҙаҡ ваҡыт китер.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Аҙна үҙ мәшәҡәттәре һәм сығымдары менән килер. Көнкүрешкә бәйле проблемаларҙы ғаиләгеҙ менән бергә хәл итергә тура килер. Кеҫәгеҙҙең йоҡарыуына бәйле туғандарығыҙ менән осрашыуҙан баш тартырһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Был осорҙа һәр эшегеҙҙе алдан планлаштырып башҡарығыҙ. Шул саҡта хеҙмәт бурыстарығыҙҙы ла үтәп, яҡындарығыҙға ла ваҡыт бүлеп өлгөрөрһөгөҙ. Ял көндәрен актив уҙғарыу хәйерле.
Саян (24.10-22.11)
Яңы таныштарығыҙ яҡшы терәккә әйләнер, бөтә порблемаларығыҙҙы сисешергә ярҙам итер. Көтмәгән ерҙән кеҫәгеҙгә аҡса килеп инер. Сәфәргә сығыуығыҙ ихтимал. Диетаға ултырыуҙан әлегә баш тартып тороғоҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Ниндәйҙер эштәр килеп сыҡмаһа, танауыҙҙы төшөрмәгеҙ. Тырышығыҙ һәм маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Яҡшы физик формала булыу өсөн спорт менән шөғөлләнегеҙ. Икенсе яртығыҙ һеҙҙе рәнйетер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар был аҙнала тирә-яҡтағыларға бик ҡаты бәғерле булып тойолор. Үҙегеҙҙең эгоизм менән ҡайһы берәүҙәрҙе үпкәләтерһегеҙ. Матди хәлегеҙ һәйбәтләнер, тик аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ. Ял көндәрендә күберәк ял итегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙна әллә һөҙөмтә килтермәҫ, шулай ҙа киләсәккә килемегеҙҙе арттырыу планын ҡороп ҡуйырһығыҙ. Ҡунаҡҡа саҡырырҙар, баш тартмағыҙ. Күберәк хәрәкәт итергә, ҡаланан ситкә сығырға тырышығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Һеҙҙең өсөн ғаилә иғтибар үҙәгендә булыр. Эшегеҙ икенсе планға күсеп торор. Ҡаршылыҡтарға осрағанда баҙап ҡалмағыҙ. Аҡса менән эш иткәндә ипле булығыҙ. Яңы таныштарығыҙ һәйбәт дуҫҡа әйләнер.
Фото: orbsteppe.ru
Читайте нас: