газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
15 Март 2021, 16:20

Көлөп алайыҡ бергә

Табип әфәнде, һеҙ миңә төнгә ҡарай ашамаҫҡа ҡушҡайнығыҙ, бына шуға күрә һалҡын тейҙе.- Улар араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң?- Мин төнө буйы һыуытҡыс эргәһендә тауыҡҡа ҡарап торҙом бит.

- Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
- Ике ҡолаҡҡа ла мени?
- Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде - юҡ.
***
- Ирегеҙ бигерәк йәшләй үлгән. Уға әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит...
- Эйе, - ти тол ҡатын, етмәһә, иң үкенеслеһе, өс аҙна эсерлек дарыуҙары ла ҡалды.
***
- Усыңды ас, кәнфит бирәм, - ти бер ир бәләкәй малайға.
- Атайыма бирегеҙ.
- Бәй, һин кәнфит яратмайһыңмы ни?
- Яратам, тик атайымдың усы ҙурыраҡ.
***
- Иптәш водитель, ни өсөн эргәгеҙҙәге пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән?
- Һуң, ул ҡатынымдың әсәһе лә баһа!
***
Табип әфәнде, һеҙ миңә төнгә ҡарай ашамаҫҡа ҡушҡайнығыҙ, бына шуға күрә һалҡын тейҙе.
- Улар араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң?
- Мин төнө буйы һыуытҡыс эргәһендә тауыҡҡа ҡарап торҙом бит.
***
Офтольмолог кабинетында:
- Мин ниндәй хәрефтәр күрһәтәм?
- Ә һеҙ ҡайҙа?

Фото: econlib.org
Читайте нас: