газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Март 2021, 10:04

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә

8 - 14 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә.

8 - 14 мартҡа аҙналыҡ йондоҙнамә.
Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Дәүләт, һалым йәки суд учреждениелары менән йыш бәйләнешкә сығырға кәрәк булыр. Аҡсаны ваҡытында түләмәҫтәр. Йөклө ҡатындар сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булһын.
Буға (20.04 – 20.05)
Пландарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңышлы мәл. Карьера баҫҡысынан үрләү теләге менән янырһығыҙ. Яҡын дуҫығыҙ менән ныҡлы конфликтҡа инеү уға булған мөнәсәбәтте үҙгәртергә мәжбүр итер.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Күптән ҡул теймәгән эштәрҙе тамамларға ваҡыт. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә тәжрибәлерәк хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға күберәк бүлегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Күп кенә теләктәрегеҙ ҡабул булыр. Ял көндәрендә магазиндарға сығығыҙ. Һатып алынған әйберегеҙҙән уңырһығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел таба алырһығыҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Әллә ни әһәмиәтле ваҡиғалар көтөлмәй. Проблемаларығыҙҙы яҡындарығыҙға һөйләмәгеҙ. Физик күнегеүҙәр эшләү, спорт менән шөғөлләнеү һаулығығыҙға ыңғай йоғонто яһар. Мөхәббәт өлкәһендә үҙгәрештәр юҡ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Ике ут араһында ҡалыуығыҙ бар. Бындай хәлгә юлыҡмаҫ өсөн һәр һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ. Йәрәхәттәр алыу ҡурҡынысы ҙур. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Бөтә иғтибарығыҙҙы икенсе яртығыҙға йүнәлтегеҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Финансҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе башҡа ваҡытҡа күсерегеҙ. Эштә яҡшы яңылыҡ көтә үҙегеҙҙе. Йома һәм шәмбе абруйлы кешеләр менән осрашырһығыҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырыу өсөн шәп осор.
Саян (24.10 – 22.11)
Үҙегеҙгә һәм донъяға ҡарата ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә ваҡыт. Эшегеҙҙә етәкселек төрлө бурыстар йөкмәтер. Ваҡ-төйәк өсөн ҙур тауыш сығарыу тормош иптәшегеҙ менән аралар боҙолоуына алып килер. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Хеҙмәт урынын алыштырыу, эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн уңышлы мәл.Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай үҙгәрештәр кисерерһегеҙ. Шаршамбы яңғыҙығыҙ ғына ҡалырға теләрһегеҙ. Сәйәхәттәр яҡшы һөҙөмтә килтерер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында стресс кисереүҙән һаҡ булығыҙ, юғиһә был сәләмәтлегегеҙҙә кире сағылыш табыр. Кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр. Йәкшәмбе яратҡан шөғөлөгөҙ менән булығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Элек тотонорға ҡурҡҡан эштәрҙе ҡыйыу башҡара алаһығыҙ. Көтөлмәгән ҡарарҙар ҡабул итеп тирә-йүндәгеләрҙе аптырауға һалырһығыҙ. Яңы танышлыҡтар файҙа ғына килтерер. Аҡсағыҙҙы бурысҡа бирмәгеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Йондоҙҙар һеҙгә яҡшы кәйеф, бар яҡтан да һөҙөмтәле аҙна вәғәҙә итә. Күптән хыялланған эш урынын табырһығыҙ. Ғашиҡ булған кешегеҙ һөйөүен белдерер. Балаларығыҙ үҙегеҙгә көтөлмәгән бүләк яһар.
Читайте нас: