газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Февраль 2021, 16:55

Джемлы пирог

Ҡамыр өсөн: 180 гр аҡ май, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы сүпрә, 100 мл йылы һыу, 3 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 350-400 гр тирәһе он, эслек өсөн ҡурай еләге джемы кәрәк.

Ҡамыр өсөн: 180 гр аҡ май, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы сүпрә, 100 мл йылы һыу, 3 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 350-400 гр тирәһе он, эслек өсөн ҡурай еләге джемы кәрәк.
100 мл һыуға сүпрә, 1 аш ҡалағы шәкәр һалып әҙерәк ҡабарырға бирәбеҙ. Икенсе һауытта май, йомортҡа, ҡалған шәкәрҙе, тоҙҙо яҡшылап бутайбыҙ, сүпрәле ҡатнашманы өҫтәйбеҙ, он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер сәғәткә ҡабарыуға ҡуйып торабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, табаның ситенән әҙерәк күтәртеп һалабыҙ. Эслекте һалып сығабыҙ. Уның өҫтөнә аҡ май, шәкәр һәм ондан яһалған онтаҡты һибеп сығабыҙ. Духовкала 180 градус эҫелектә 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Читайте нас: