газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Февраль 2021, 16:35

Ҡасандыр мин шул ҡарттан ҡасып киткәйнем

Малай бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала. Уны алыҫ ҡына бер туғаны үҙенә аҫрауға ала. Тик ул бик ҡаты бәғерле, уҫал кеше булып сыға.

Малай бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала. Уны алыҫ ҡына бер туғаны үҙенә аҫрауға ала. Тик ул бик ҡаты бәғерле, уҫал кеше булып сыға.
Ир малайҙы туҡмай, үҙҙәренән ҡалған аҙыҡты ашата, оҙаҡ ваҡытҡа һалҡын һәм ҡараңғы һарайға бикләп ҡуя, башҡа балалар менән уйнарға рөхсәт итмәй. Бер көндө сираттағы туҡмалыуҙан һуң, һыҙланыуға түҙә алмаған малай өйҙән ҡаса.
Ул бик оҙаҡ аҙашып йөрөй, хәйер һораша, кешеләр биргән аҙыҡ менән туҡлана, ҡайҙа тура килә, шундай йоҡлай. Бер ваҡыт ниндәйҙер мәктәп тупһаһында йоҡлап китә. Ә ул мәктәп үҙенең уҡытыусыһы менән дан ҡаҙанған була. Бында хәрби сәнғәткә, оҫталыҡҡа, маһирлыҡҡа, таһыллыҡҡа өйрәткәндәр, ә уҡытыусы хаҡында легендаләр ижад ителгән. Тап бына шул уҡытыусы баланы үҙенә ала. Ә малай, ҡыуанып, ундағы бөтә ҡара эштәрҙе башҡара, уҡытыусы уның тыршылығын күреп, үҙенең һөнәренә өйрәтә башлай.
Күп йылдар үтә... Егет иҫ киткес оҫта, данлыҡлы фехтовальщик булып китә. Хәҙер инде бөтәһе лә уның оҫталығы хаҡында һөйләй башлай. Ә ҡарт уҡытыусы баҡыйлыҡҡа күсә, үҙенең мәктәбен етем егеткә мираҫ итеп ҡалдыра.
Бер заман егет уҡыусылары менән тыуған яҡтарына ҡайтып килмәксе була. Бына улар иҫке генә өй эргәһендә кәкрәйеп бөткән бер ҡарт ултырыуын күрәләр.
- Ана, - ти остаз уҡыусыларына, - ҡасандыр мин шул ҡарттан ҡасып киткәйнем.
Ә тегеләр тиҙ генә хәнйәрҙәренә йәбешә, улар уҡытыусылары өсөн үс алмаҡсы була. Тик егет уларҙы туҡтата:
- Юҡ, кәрәкмәй, был кешегә мин бөтә нәмә өсөн бурыслы. Әгәр ҙә ул булмаһа, мин кем булыр инем икән? Тап уның арҡаһында ошо юлды таптым, - ти.
Читайте нас: