газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Февраль 2021, 11:52

Аҙналыҡ йондоҙнамә (22 - 28 февраль)

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)Осор тыныс килмәксе, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыр. Иң мөһиме - киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм эске һиҙемләүегеҙгә таянып эш итергә. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Осор тыныс килмәксе, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыр. Иң мөһиме - киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм эске һиҙемләүегеҙгә таянып эш итергә. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Карьера баҫҡысынан үрләүгә ҡағылышлы яҡшы хәбәр алырһығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Сәләмәтлек торошонда аҙ ғына тайпылыштар һиҙһәгеҙ ҙә, табипҡа күренергә кәрәк.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Бирелгән мөмкинлектәрҙе финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыуға тотонһағыҙ була. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән дуҫтарығыҙҙы кире ҡаҡмағыҙ. Аҙна аҙағында спиртлы эсемлектәр эсеүҙән баш тартығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ өлөшөнә төшкән бөтә йөктө яңғыҙығыҙ тартаһығыҙ. Бер аҙ эгоизм күрһәтеп, үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрә башларға кәрәк. Һатып алынған аҙыҡтың сифатын ентекле тикшерегеҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Күңелле сәйәхәттәр, яңы танышлыҡтар, эшлекле тәҡдимдәр көтөлә. Барыһына ла уйлап та тормайынса ризалашығыҙ. Вазифағыҙ буйынса үрләтерҙәр. Шәхси тормошоғоҙҙа эштәр шәп булыр.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Ҡыҙыҡлы сараға саҡырырҙар. Ул онотолмаҫлыҡ булыр. Финанс ауырлығы кисерерһегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Ғаиләгеҙҙә лә хәлегеҙгә инмәҫтәр. Сәләмәтлек өсөн файҙалы күнекмәләр яһағыҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Эшлекле сәфәр көтә үҙегеҙҙе. Бөтә күңелегеҙҙе яратҡан шөғөлөгөҙгә бирерһегеҙ. Ялдарҙа эре әйбер һатып алыу теләге уяныр. Бурысҡа инеп, кредит алып булһа ла, маҡсатығыҙҙы бойомға ашырырһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Йыш ҡына ғаилә конфликттары сығыр, хатта айырылышыу тураһында ла уйланып ҡуйырһығыҙ. Шул арҡала хеҙмәт урынығыҙҙа эштәр түбәнгә тәгәрәр. Ялға табан ғына баш осоғоҙҙа болоттар таралып, ҡояш сығыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙегеҙгә яуаплы һәм мөһим эш йөкмәтерҙәр. Икенсе яртығыҙға тейешле иғтибар бирмәү арҡаһында, аралар өҙөлөр. Гардеробығыҙҙы яңыртырға ҡарар итерһегеҙ. Яҙҙы матур формала ҡаршы алыр өсөн диетаға ултырырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Финанс өлкәһендә уңыш көтә. Килемегеҙҙең ҙур тиҙлек менән артыуын һиҙерһегеҙ. Уҫал уйлы кешеләрҙең һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышығыҙ. Проблемаларығыҙҙы эштәгеләргә һөйләмәгеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Аҙна уңышлы ғына килер. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Ял көндәрендә яңы танышлыҡтар көтә. Эшлекле партнерҙар менән отошло килешеүҙәр төҙөрһөгөҙ. Бер кемгә лә буш вәғәҙә бирмәгеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Партнерҙарығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлек килеп тыуыр. Хәйриәлек менән шөғөлләнеү кәңәш ителә. Икенсе яртығыҙҙың уй-кисерештәрен аңларға тырышығыҙ. Һаулығығыҙ борсомаҫ.
Читайте нас: