Йондоҙнамә (8 - 14 февраль)
Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Башҡарып булмаҫтай тойолған эштәр ҙә еңел бирелер. Аҙна аҙағына аҡса керер. Уны үҙегеҙгә түгел, ә яҡындарығыҙға тотоноғоҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа яңы этап башланыр. Ял көндәрен спорт менән шөғөлләнеп үткәрегеҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Карьера баҫҡысынан үрләү өсөн уңышлы мәл. Яңы кешеләр менән танышыу файҙаға ғына булыр. Сәләмәтлегегеҙгә зарланмаҫһығыҙ. Төштәрегеҙгә ышанығыҙ, уларҙа һеҙ ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырһығыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Башлаған эштәрҙең осона сығып ҡуйығыҙ һәм яңыларына тотоноғоҙ. Етди һөйләшеүҙәрҙе йомаға ҡалдырығыҙ. Йылыраҡ кейенегеҙ, юғиһә һалҡын тейҙереү хроник ауырыуҙарҙың ҡуҙғыуына сәбәпсе булыр.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Осор еңелдән булмаҫ. Юҡ-барға хафаланырһығыҙ, гел генә уйланырғыһыҙ. Үҙ фекерегеҙҙе әйтеүҙән ҡурҡмағыҙ, ғәҙеллек һеҙҙең яҡта буласаҡ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, Кесе йома руль артына ултырмағыҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Яңы эш эҙләү тураһындағы уй башығыҙҙан сыҡмаҫ. Яҡын кешегеҙ менән ныҡлы талашырһығыҙ. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе ныҡлы контролгә алығыҙ. Уңыштарығыҙ тураһында ситтәргә һөйләмәгеҙ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Эштәрегеҙ уң булыр. Отошло тәҡдимдән баш тартмағыҙ. Ижад менән шөғөлләнеү өсөн уңай мәл. Һөйгәнегеҙҙең ҡылығы аптыратыр. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Һаулығығыҙ борсор, ваҡытында табипҡа күренегеҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу тураһында уйланығыҙ. Ҡомарлы уйындарҙан йыраҡ тороғоҙ. Йондоҙҙар күберәк ваҡытты ғаиләгеҙ менән уҙғарырға кәңәш итә. Аҡсағыҙҙы юҡ-барға әрәм итмәгеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аяҡ салыусыларға ҡаршы торорлоҡ көс табығыҙ үҙегеҙҙә. Ваҡытлыса финанс ҡыйынлыҡтары кисерерһегеҙ. Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр шәптән түгел - ғашиҡ булған йәрегеҙ менән юлдар айырылыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мотлаҡ сәйәхәткә юлланығыҙ, ул һеҙгә уңыш килтерәсәк. Балаларығыҙға иғтибарҙы, наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Үҙ эшегеҙҙең килем килтермәүенә көйөнөрһөгөҙ. Түҙем булығыҙ, алда барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштәге мәшәҡәттәрҙең осона сығыу өсөн ғаиләгеҙҙе икенсе планға күсерерһегеҙ. Шул арҡала тауыш сығыр. Һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр. Интернет аша алынған шикле тәҡдимдәрҙән баш тартығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Сәләмәтлегегеҙҙе иғтибар үҙәгенән ысҡындырмағыҙ. Күберәк ял итегеҙ, спорт менән әлегә шөғөлләнмәй тороғоҙ. Шәп хәбәр ишетерһегеҙ. Икенсе яртыһын эҙләүселәргә уңыш йылмайыр. Аҡсағыҙҙы экономияларға өйрәнегеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Эшлекле осрашыуҙарҙы дүшәмбегә планлаштырығыҙ. Ҡаршылыҡтар осраһа ла, уларҙы уңышлы еңеп сығырһығыҙ. Дуҫтарығыҙҙың хәлен белешергә онотмағыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ.