1 сазан (карп) балығы, 150 гр бойҙай икмәге, ярты стакан һөт, ярты баш һуған, 3 аш ҡалағы маргарин, 1 йомортҡа, 2 теш һарымһаҡ.
Балыҡты таҙартырға, ҡойроғон ҡырҡып ташларға һәм киҫәктәрргә бүлергә. Һәр киҫәктең тиреһен, уға зыян килтермәй генә бысаҡ менән һыҙырығыҙ. Һөйәгенән айырып, балыҡтың итен, һуғанды, һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрегеҙ. Һөттә йомшартылған икмәкте, бер аҙ марганрин, йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып, һәйбәтләп бутағыҙ. Барылҡҡа килгән эслекте балыҡтың тиреһе эсенә тулытырығыҙ ҙа, духовкала бешереп алығыҙ.