газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Ғинуар 2021, 16:00

Иң билдәле хушбуйға 100 йыл тула

Донъяла ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан хушбуйға быйыл 100 йыл тула. Габриэль Шанель, 1921 йылдың баштарында, химик Эрнест Баву килтергән унлаған флакон араһынан бишенсеһен һайлап ала. Шул уҡ йылдың 5 майында затлы хушбуй һатыуға сыға. Шунан бирле уға ихтыяж кәмемәй. Был хушбуй әле лә иң ҡиммәтле, дәрәжәле магазиндарҙың кәштәһенән төшмәй.

Ул, моғайын, 1921 йылғы өлгөһөн үҙгәртмәгән берҙән-бер тауарҙыр.
* Тарихта беренсе одеколон чуманы иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән дарыу була.
* Боронғо Мысыр халҡы күҙгә һөрмәне конъюктивит һәм трахома ауырыуҙарынан һаҡланыу маҡсатында һөрткән.
* Ҡайсыны Леонардо да Винчи уйлап сығарған.
* Гель-лак тырнаҡҡа ғына түгел, тотош организмға зыянлы икәнен күптәр уйлап та ҡарамайҙыр. Оҙайлы тырнаҡ буяғыстары тиҙ иҫкермәһен, ныҡ булһын өсөн уға формальдегид өҫтәйҙәр. Формальдегид ҡушылған лак тырнаҡтан ҡанға тиклем үтеп инә, шунан эстә тупланып, күҙәнәктәрҙе емерә башлай. Тырнаҡтар ҙа боҙола: ҡорой, һына, һарғая. Рәсәйҙә тырнаҡ лактарындағы консерванттар нормаһын көйләгән закон юҡ, ә бына Көнбайышта косметикала формальдегид 0,2 проценттан артмаҫҡа тейеш. Шуның өсөн тырнаҡтарҙы лактарҙан даими ял иттереп, нығытыусы майҙар һөртөп торорға кәрәк.
Фото: golos.ua
Читайте нас: