газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Декабрь 2020, 19:35

Өҫтәлгә нимә әҙерләргә?

Йыл хужаһы Үгеҙ булғас, өҫтәлгә һыйыр итенән ашамлыҡтар ҡуйыу тыйыла. Итле ризыҡтарҙан тауыҡ, күркә, ҡуян, һарыҡ, сусҡа итен, балыҡ ҡулланырға мөмкин.

Йыл хужаһы Үгеҙ булғас, өҫтәлгә һыйыр итенән ашамлыҡтар ҡуйыу тыйыла. Итле ризыҡтарҙан тауыҡ, күркә, ҡуян, һарыҡ, сусҡа итен, балыҡ ҡулланырға мөмкин.
Үгеҙ үлән һәм йәшелсә ярата, шулай булғас өҫтәлгә күберәк петрушка, укроп, сельдерей һәм йәшелсәләрҙе телеп ҡуйыу хәйерлерәк. Салаттарға килгәндә, “Оливье”, “Мимоза”, “Подшуба” кеүек традицион аҙыҡтарҙы әҙерләү яҡшыраҡ. Астрологтар фекеренсә, Үгеҙ тәмлетамаҡ, шуға күрә бер нисә төрлө десерт, мәҫәлән, торт, печенье, кекстар әҙерләргә онотмағыҙ. Емеш-еләктәр ҙә хуплана, бигерәк тә өҫтәлдә алма булыуы һәйбәт. Шуныһын да иғтибарға алырға кәрәк, Үгеҙ юғары градуслы алкоголде ҡулланыуҙы хушһынмай, шуның өсөн уларҙы әҙ алколле эсемлектәр менән алыштырығыҙ. Газлы эсемлектәр урынына һут, компот, морс кеүек тәбиғи эсемлектәр ҡулланығыҙ.
Яңы йылы табынына
Еңел салат
100 гр краб таяҡсалары, 80 гр корейса яһалған кишер, салат япраҡтары, 1 ҡыяр, 2-3 ҡалаҡ кукуруза, кириешка, укроп, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы майонез кәрәк.
Краб таяҡсаларын шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ. Салат япраҡтарын ҡул менән йолҡҡослайбыҙ. Барлыҡ ингредиенттарҙы һалғас, ҡаймаҡ, майонез менән бутайбыҙ. Үҙегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ.

«Яңы йыл итексәһе» салаты
Кәрәк: 200 гр бешкән тауыҡ ите, 100 гр сыр, 2 бешкән йомортҡа йомортҡа, ярты һуған, ярты гранат, майонез, тәменсә тоҙ, ҡара борос.
Һуғанды турағас, әсеһе бөтһөн өсөн әҙ генә эҫе һыуҙа тотоп алығыҙ. Сырҙы, йомортҡаны ҡырғым ашаүткәрегеҙ. Тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Һуғандың һыуын һарҡытығыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып (әҙ генә сыр һәм йомортҡа ағын биҙәү өсөн алып ҡалығыҙ), майонез өҫтәп бутағыҙ. Әҙер ҡатышманы тәрилкәгә итек формаһы биреп һалығыҙ. Уның табан өлөшөн сыр, өҫкө өлөшөн йомортҡа ағы менән, ә ҡалған өлөшөн гранат менән биҙәп сығығыҙ.
Авокадо һәм ҡыҙыл балыҡ менән тарталеткалар
200 гр ҡыҙыл балыҡ, 14 тарталетка, 1 авокадо, 180 гр сыр, ярты ҡыяр, петрушка, салат япраҡтары кәрәк.
Өлгөргән, йомшаҡ авокадоның тышын әрсеп, шаҡмаҡлап турағыҙ. Уға 1 аш ҡалағы лимон һуты һығып һалырға кәрәк. Ҡырғыс аша үткәрелгән сырҙы өҫтәгеҙ һәм бер төрлө ҡатнашмаға әйләнгәнсе бутағыҙ. Тәрилкәгә салат япраҡтары һалып, уның өҫтөнә тарталеткаларҙы ҡуйып сығығыҙ. Уларҙың эсен авокадалы, сырлы ҡатышма менән тултырығыҙ. Ҡыҙыл балыҡты йоҡа ғына итеп телегеҙ. Уларҙы рулет итеп урап, тарталетка эсендәге ҡатышмаға тығып ҡуйығыҙ. Ул роза һымаҡ килеп сығырға тейеш. Ҡыяр һәм петрушка менән һәр тарталетканы биҙәгеҙ.
Баклажандан ҡабымлыҡ
2 баклажан, 150-200 гр сыр, 2 помидор, йәшел тәмләткестәр, майонез, 2-3 бүлкәт һарымһаҡ кәрәк.
Баклажанды буйға йоҡа ғына итеп теләбеҙ. Телембәрҙе ике яғынан да тоҙ менән ыуып, 20 минут тирәһенә ҡалдырып торабыҙ, уның артыҡ һуты сығып, әсеһе бөтөргә тейеш. Ул арала эслек эшләйбеҙ. Ҡырғыс аша үткәрелгән сырға һыҡтырылған һарымһаҡты, туралған йәшел тәмләткестәрҙеһәм майонез өҫтәп, яҡшы ғына итеп бутайбыҙ. Помидорҙы ҡырҡып әҙерләйбеҙ. Баклажандарҙы ике яҡлап та ҡыҙҙырғандан һуң, уның бер яҡ башына сырлы ҡатнашманы һәм помидор телемен һалып рулет һымаҡ урайбыҙ.
“Утын ағасы” торты
450 гр туңдырылған әҙер ҡатлаулы ҡамыр, 400 гр аҡ май, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 балғалаҡ кофе кәрәк була.
Ҡатлаулы ҡамырҙы әҙерәк йәйеп, буй итеп ҡырҡырға. Пергамент һалынған табала 200 градуслы духовкала 10-15 минут бешереп алырға. Крем өсөн йомшарған аҡ майҙы туғырға, ҡуйыртылған һөт һәм ҡәһүә һалып тағы туғырға. Аҙыҡ-түлек пленкаһына кремды, шунан ҡамыр таяҡсаларын, шунан тағы кремды һалырға. Пленка ярҙамында рулет формаһын бирергә. Һыуытҡысҡа ҡуйырға, 10 сәғәт тирәһе тоторға. Пленканы алғас, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәгеҙ.
Читайте нас: