Байрамға ныҡлап әҙерләнә башлар алдынан, уҙып барыусы йыл эштәренең осона сығып ҡуйыу мөһим. Бурыстарығыҙ менән дә иҫәпләшеп ҡуйығыҙ. Үпкәләшкән кешеләрегеҙ менән ярашығыҙ. Өйөгөҙҙәге күптән тотонолмаған әйберҙәрегеҙҙе, кейелмәгән кейемдәрегеҙҙе сығарып ташлағыҙ.
2021 йылды ҡайҙа һәм кемдәр менән ҡаршы алырға?
Киләһе Үгеҙ йылы – ул ғаилә һәм яҡындарың менән ныҡлы бәйләнеш йылы. Шуға күрә йыл хужаһы байрамды ғаилә менән ҡаршы алыуҙы хуп күрә. Артыҡ шау-шыулы, үтә сығымлы байрамды хушһынмай ул. Дуҫтарығыҙ менән йыйылған хәлдә лә, иң яҡындары менән бергәләшеп ултырырға тырышығыҙ.
Өйҙө биҙәү
Байрамға әҙерләнгәндә сағыу төҫтәр ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Аҡ, зәңгәрһыу, йәшел, алтынһыу, һары төҫтәге декорациялар, уйынсыҡтар, биҙәүестәр килешер.
Йылдың символы булған үгеҙ, һыйыр һындарын ҡуйырға онотмағыҙ. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡыҙыл төҫ ҡулланыу тыйыла. Шыршыны, өйҙө биҙәү әйберҙәрен үҙ ҡулығыҙ менән яһаһағыҙ бик һәйбәт буласаҡ. Мәҫәлән, аҡ ҡар бөртөктәрен, фонариктар ҡырҡып эшләргә була.
Нимә бүләк итергә?
Үгеҙ, әлбиттә, һаҡсыл, әммә артыҡ аҡса экономиялауҙы бик яратып бармай. Шуның өсөн яҡындарығыҙға Яңы йылға һайлаған бүләктәрегеҙ файҙалы, кәрәкле һәм көтөп алынған булырға тейеш. Улар сифатлы, тәбиғи материалдан яһалған булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Мәҫәлән, өйҙә кейә торған йөн костюмдар, йылы халаттар, шапкалар, ойоҡбаштар, кухня өсөн кәрәк-яраҡ, тәбиғи компоненттарҙан торған косметика, бик ҡимммәтле булмаған ювелир изделиялар, косметологҡа, массажистҡа барыу өсөн сертификаттар бүләк итергә мөмкин. Шулай уҡ яҡын кешегеҙҙең мауығыуына бәйле бүләк һайлаһағыҙ һәйбәт булыр.
Үгеҙ үҙегеҙгә кәрәкмәгән әйберҙе, артыҡ ҡимммәтле һәм буш ҡул менән барғансы тип ваҡ-төйәк бүләк итеүҙе яратмаҫ. Шулай уҡ бүләкте ҡыҙылға төрөү кәрәкмәй.
Нисек кейенергә?
Тәбиғи туҡымалы һәм ябай, матур фасонлы кейемдәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Бер көн генә кейерлек әйберҙәрҙән баш тартығыҙ, кейем һеҙгә йыл буйына хеҙмәт итерлек булһын. Төҫтәргә килгәндә, аҡ, көлһыу, һөт, көмөш, алтынһыу, аҡһыл көрән иң уңышлыһы буласаҡ.
Биҙәнгәндә лә ябайлыҡты, тәбиғилекте һайлағыҙ. Макияжда сағыу төҫтәр ҡулланмаһағыҙ ҙа, ялтырауыҡтар һөртөргә онотмағыҙ. Ҡатмарлы прическа яһауға ҡарағанда, еңел генә бөҙрәләр эшләүегеҙҙе йыл хужаы оҡштыр. Уға тиклем мотлаҡ йыуып, төрлө маскалар менән туҡландырып, остарын ҡырҡып, сәсегеҙҙе рәткә килтерегеҙ.