* Һуған менән картуфты бергә һаҡларға ярамай. Һуған янында картуф тиҙ серей.
* Ярма, макарон, онға ҡорт төшмәһен өсөн араларына бер нисә лавр япрағы һалып ҡуйығыҙ.
* Кәтлит тәмле һәм һутлы булһын өсөн фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғандың яртыһын ҡыҙҙырып ҡушырға кәрәк.
* Йомшаҡ сырҙы ҡайнар һыуға тығып алынған бысаҡ менән киҫергә кәрәк.
* Картуф бешекән һыуға 1 лавр япрағы һәм бер нисә һарымһаҡ тырнағы һалһағыҙ, ул тәмлерәк була.
* Асылған тоҙло ҡыяр банкаһының өҫтөнә гәрсис порошогы һипһәгеҙ, ҡыяр боҙолмаҫ, күгәрмәҫ.
* Һөтлө бутҡа бешергәндә, тозҙо - ярмаға тиклем, шәкәр ҡомон һуңынан ғына һалырға кәрәк.