газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
21 Декабрь 2020, 02:27

Сәйгә тәмлекәс

1 стакан һөттө, 1 стакан шәкәрҙе, 4 аш ҡалағы какаоны миксер менән бутайбыҙ. Ошо ҡатышманы ике өлөшкә бүләбеҙ.

1 стакан һөттө, 1 стакан шәкәрҙе, 4 аш ҡалағы какаоны миксер менән бутайбыҙ. Ошо ҡатышманы ике өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөнә 2 йомортҡа, ванилин, 1 стакан он, 1 аш ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ярты стакан көнбағыш майы ҡушабыҙ. Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыға. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала ярты сәғәт бешереп алабыҙ. Формаһынан алып та тормайынса, ҡайнар бисквитҡа ҡатышманың тәүге өлөшөн ҡоябыҙ һәм һыуытырға ҡуябыҙ. Өҫтөнә шәкәр онтағы һибергә була.
Читайте нас: