Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
11 Декабрь 2020, 18:12

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә

Йондоҙнамә (14 - 20 декабрь) Ҡуҙы (21.03 – 19.04)Эштә күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Ҡыҙыу килеш ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырырға ынтылырһығыҙ. Эре әйбер һатып алыуҙан тыйылығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.

Йондоҙнамә (14 - 20 декабрь)
Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Эштә күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Ҡыҙыу килеш ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырырға ынтылырһығыҙ. Эре әйбер һатып алыуҙан тыйылығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
Буға (20.04 – 20.05)
Көс-ҡеүәтегеҙ артып торор, бөтә эштәрҙә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Сит кешеләр биргән вәғәҙәләргә ышанмағыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән араларығыҙ ышаныслы. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы бар.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Һөнәри эшмәкәрлек өсөн яҡшы осор. Килешеүҙәр төҙөү һәм һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн дә уңышлы мәл. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламағыҙ, юғиһә юлдарҙың бөтөнләй айырылып ҡуйыуы ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Хеҙмәттәштәрегеҙҙән ярҙам һорарға тура килер. Һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Икенсе яртығыҙҙың етешһеҙлектәренә күҙ йомоғоҙ. Туҡланыу рационына йәшел тәмләткестәр индерегеҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Бизнесығыҙҙы киңәйтә алаһығыҙ. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, башҡа бындай бәхет тәтемәйәсәк. Хыялығыҙҙа йөрөткән пландарығыҙҙы ситтәргә һөйләмәгеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр бик яҡшы.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ, стресс кисерергә тырышмағыҙ. Үпкәләп, илап барырһығыҙ. Ваҡ-төйәк нәмәләр ҙә сығырығыҙҙан сығарыр. Күңелегеҙгә ятышлы шөғөл менән мауығыу тынысландырыр. Иреш-талаштан йыраҡ тороғоҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Яңы идеялар менән янырһығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ күп булыр. Ғәйбәт хәбәрҙәрҙе тыңламағыҙ. Туғандарығыҙ менән араларҙы боҙмағыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Милек һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Хеҙмәт урынында абруйығыҙ артыр. Еңел юл менән аҡса эшләргә тәҡдим итеүселәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Теләгән әйберегеҙҙе һатып алыуға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙ зарланырлыҡ түгел.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тормошоғоҙҙа күптән көткән үҙгәрештәр булыр. Эш урынын алыштырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Бергә эшләгән коолегаларығыҙға ихтирамлы булығыҙ. Бөтнөк һәм ҡурай еләге һалынған ҡаты сәй кәйефегеҙҙе күтәрер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштә бер аҙ ял итеп алыу кәрәк булыр. Туйғансы йоҡлау, саф һауала күберәк йөрөү көсөгөҙҙө тергеҙер. Үҙегеҙҙең бурыстарығыҙҙы сит кешеләргә һалмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Тырышлығығыҙ бушҡа китмәҫ - килемегеҙ артыр. Әммә сығымдар ҙа күп булыр. Оптимизмығыҙ һәм асыҡ күңелегеҙ менән кешеләрҙе үҙегеҙгә ылыҡтыраһығыҙ. Шул арҡала карьера баҫҡысынан тиҙ һәм уңышлы үрләйһегеҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Был аҙнала һеҙҙе аҡса эшләү маҡсаты ғына эҙәрлекләр. Ял көндәрендә ата-әсәйегеҙҙең хәлдәрен белешегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән араларҙы нығытығыҙ. Күптән борсоған һорауға яуап табырһығыҙ.
Читайте нас: