газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
11 Декабрь 2020, 12:40

Балан пирогы

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, ярты сынаяҡ һөт, 1 ҡап май, 1 сынаяҡ шәкәр, семтем тоҙ, бер балғалаҡ сүпрә, он, эслек өсөн: 300 гр тирәһе балан, 1 сынаяҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ манный ярмаһы.

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, ярты сынаяҡ һөт, 1 ҡап май, 1 сынаяҡ шәкәр, семтем тоҙ, бер балғалаҡ сүпрә, он, эслек өсөн: 300 гр тирәһе балан, 1 сынаяҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ манный ярмаһы.
Ҡамыр өсөн он менән шәкәрҙән башҡа ингредиенттарҙы бөтәһен бергә ҡушып туҡыйбыҙ. Шунан он ҡушабыҙ, шәкәрҙе һуңғы сиратта һалып ҡамырҙы баҫабыҙ. Уны полиэтилен тоҡсайға һалып, 30-40минутҡа һыуытҡысҡа алып тороғоҙ(был мотлаҡ шарт). Бешкән баланды шәкәр, манныйҙы ҡушып бутайбыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, эслек һалып, пирог эшләйбеҙ, өҫтөнә ваҡланған печеньены йәки май, он һәм шәкәрҙән яһанған валсыҡты һибәләп сығырға була. Балан пирогын 30-40 минут бешерәбеҙ.
Читайте нас: