газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
5 Декабрь 2020, 16:15

Ҡуллана белһәң генә

Халыҡ медицинаһына өҫтөнлөк биреүселәр шуны иҫтән сығармаһын ине: дарыу үләндәренең ҡайһы берҙәрен билдәле бер ауырыуҙар ваҡытында бик һаҡ ҡулланырға кәрәк.

Халыҡ медицинаһына өҫтөнлөк биреүселәр шуны иҫтән сығармаһын ине: дарыу үләндәренең ҡайһы берҙәрен билдәле бер ауырыуҙар ваҡытында бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Әйтәйек, ҡара миләште ҡандың ҡуйылығы юғары булғанда ҡулланырға ярамай. Сарепта горчицаһы үпкә туберкулезы менән ауырығанда һәм бөйөрҙәр ялҡынһынғанда хәүефле. Андыҙҙы бөйөрҙәре ауыртҡандарға һәм йөклө ҡатындарға эсеү кәңәш ителмәй. Һары мәтрүшкәне ҡан баҫымы юғары булғанда һәм тән температураһы күтәрелгәндә эсеү тыйыла.
Фото: coream.ru
Читайте нас: