* Һәр ваҡыт ғорур ҡиәфәттә йөрөгөҙ. Был - танауҙы күккә сөйөргә кәрәк, тигәнде аңлатмай. Әммә ерҙән аҡса эҙләгән кеше кеүек йөрөү ҙә килешмәй. Матур атларға өйрәнгегеҙ килһә, өйҙә башығыҙға китап ҡуйып йөрөгөҙ. Был күнегеүҙе көн һайын ҡабатлау һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.
* Муйынды вериткаль тоторға кәрәк. Таларға килгән ҡаҙ муйыны кеүек алға һуҙылыуҙар булмаһын. Муйын мускулдарын нығытыу өсөн түбәндәге күнегеүҙе эшләү зыян итмәҫ: башығыҙҙы әкрен генә күкрәгегеҙгә эйегеҙ һәм баш түбәһенә устарығыҙҙы ҡуйып, ике минут тотоп тороғоҙ.
* Йөрөгәндә ҡулдарҙы ныҡ итеп һелкемәгеҙ. Улар аяҡ хәрәкәтенән һалмағыраҡ булырға тейеш.
* Төҙ арҡа -иң мөһиме. Ултырғанда, баҫҡыстан менгәндә лә арҡағыҙҙы тура тоторға тырышығыҙ. Йоҡлай торған урынығыҙ ни тиклем ҡатыраҡ булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.
* Кешенең йөрөшөнә аяҡ кейеме лә ҙур йоғонто яһай. Әгәр аяҡ кейемегеҙ ҡыҫһа, йәки, киреһенсә, ҙур булһа, йөрөшөгөҙгә генә түгел, аяҡтарығыҙға ла зыян киләсәк.