Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Сит кеше проблемаларын үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, барыбер рәхмәт әйтмәҫтәр. Кесаҙна яуаплы эш йөкмәтерҙәр. Электр йыһаздары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Хирургик операцияларҙы аҙнаның икенсе яртыһында эшләтеү уңышлы булыр.
Буға (20.04 – 20.05)
Уңышҡа ирешергә теләһәгеҙ, аныҡ бер эшкә тотоноп, уны аҙағына тиклем алып барып еткерегеҙ. Бер урындан икенсеһенә һикереп йөрөү яҡшы һөҙөмтәләргә алып килмәҫ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән оялмағыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Иң ҙур хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Хәл ителмәҫтәй тойолған проблемалар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Яҡындарығыҙ һеҙҙе ярата, бәхетле булыуығыҙҙы теләй. Аҙна аҙағында вазифағыҙ буйынса үрләтеүҙәре йә килем кереүе ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Ҡуйылған маҡсаттарығыҙҙың барыһына ла тиерлек өлгәшерһегеҙ. Үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Йәмәғәт сараларынан һәм шау-шыулы компанияларға барыуҙан тыйылығыҙ.Ял көндәрендә йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл булығыҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Етәксегеҙ хеҙмәтегеҙҙе лайыҡлы баһалар. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Шәхси проекттарҙы уңышлы бойомға ашыра алаһығыҙ. Эшлекле партнерҙарҙан тәҡдимдәр булыр. Гүзәл заттар ир-егеттәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Ижад менән шөғөлләнеү өсөн шәп осор. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы. Төрлө осрашыуҙарға, сараларға барығыҙ. Юҡ-барҙан тауыш сығарып, эште олоға ебәрмәгеҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә уҙғарығыҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Телефон аша булһа ла элекке дуҫтарығыҙҙың хәлен белешегеҙ. Ҡунаҡҡа саҡырһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр. Эштә документтарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ, уйламағанда тикшереү килеп төшөүе бар. Балаларығыҙ ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Тулҡынландырған мәсьәләләр уңышлы хәл ителер. Икенсе яртығыҙға тейешенсә иғтибар бүлегеҙ. Тырышып эшләһәгеҙ, килемегеҙ ҙә артыр. Эре әйбер һатып алыу өсөн шәп мәл. Карьера баҫҡысынан үрләрһегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбе яңы танышлыҡтар көтөлә. Алдашмағыҙ, беҙ ҡапсыҡта ятмағанын онотмағыҙ. Алыҫ булмаған сәйәхәткә юллана алаһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яңы пландар һәм ҡыҙыҡлы идеялар менән янырһығыҙ. Балаларығыҙ менән мөнәсәбәттәр көйләнер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яҙмышығыҙ төрлө боролош алыр. Уларҙың барыһына ла әҙер булығыҙ. Дуҫ-иштәрегеҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Алынған һәр мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ. Туғандарығыҙ, таныш-тоноштарығыҙ менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр теләһәгеҙ, инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Яңғыҙҙарҙың тормошо түңәрәкләнер - һөйгәнегеҙ тәҡдим яһар. Сәләмәтлегегеҙ тураһында ҡайғыртығыҙ, табипҡа барыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ғаиләгеҙҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыр.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Балыҡтарҙы аҡ һыҙат көтә. Туғандарығыҙ менән аралар йылы булыр. Финанс мәсьәләләре менән шөғөлләнә алаһығыҙ, төҙөлгән килешеүҙәр уңышлы булыр. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәргә күптәр көнләшерлек.