газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
24 Ноябрь 2020, 11:42

Йәштәргә - бәхет, именлек!

Туйҙа йәштәргә бойҙай, дөгө бөртөктәре һибеү, тимер аҡсалар ырғытыу ир менән ҡатынға бәхет, тигеҙлек һәм имен, бай тормош теләү маҡсатында башҡарыла. Төрлө илдә йолалар ҙа төрлөсә.

Туйҙа йәштәргә бойҙай, дөгө бөртөктәре һибеү, тимер аҡсалар ырғытыу ир менән ҡатынға бәхет, тигеҙлек һәм имен, бай тормош теләү маҡсатында башҡарыла. Төрлө илдә йолалар ҙа төрлөсә.
* Англияла кәләштең кейемендә ниндәй ҙә булһа яңы һәм иҫке әйбер булырға тейеш. Иҫке тигәндә, ғәҙәттә, әсәһенән, өләсәһенән ҡалған ҡалған йөҙөк, брошка алына.
* Норвегияла туйға килгән ҡунаҡтар булавкалар ярҙамында кәләштең күлдәгенә аҡса беркетә. Буласаҡ кәләш тулы кәүҙәле булған һайын, аҡса беркетеү урыны күберәк була, тип иҫәпләй әлеге ил халҡы.
* Һиндостанда буласаҡ кәләштең ҡулдарына рәсемдәр яһайҙар һәм һөттә йыуылған беләҙектәр менән биҙәйҙәр. Был яңы нәҫелдең дауамлылығын тәьмин итә, тип һанала. Кәләшкә алтын менән тегелгән сари, кейәүгә тинлектәрҙән эшләнгән муйынса кейҙерәләр, быныһы - байлыҡҡа.
* Германияла йәшәүсе кейәүҙең дуҫтары туйға бер көн ҡала байрам итә башлай. Күршеләргә ишетерлек итеп, “бәхет өсөн” кәләш өйөндәге ишектәргә тәрилкләр бәреп ватыла. Был күренештәрҙе сабыр ғына үткәреп ебәрә алған кәләш һуңынан сығып әлеге дуҫтарҙы сәйгә лә саҡырһа, ҡатын уңышлы һайланған, тип һанала.
* Кореялағы туй мәжлестәре аҡҡоштарҙан башҡа үтмәй. Сөнки әлеге ҡоштар ғүмер буйы бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй.
Фото: tainy.net
Читайте нас: