Был рецепт бер ҡулланыуҙан оҡшаны. Еңел дә, мәшәҡәтһеҙ ҙә. Ысынлап та, мамыҡ кеүек кенә килеп сыға ҡамыр. Унан төрлө ризыҡтар әҙерләргә була. Духовкала татлы пирог бешерергә, шулай уҡ табала төрлө эслектәр менән пирожки ҡыҙҙырырға ла мөмкин.
Бер стакан кефирҙы аҙ ғына йылытабыҙ.Уға 11 грамм дрожжи, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы ҡушырға. Майҙы кәметергә лә була. Мин, мәҫәлән, ярты стаканға еткермәйерәк һалам. Өс стакан он өҫтәп, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.