Киҙеү эләктергәндәргә лә, сәләмәт кешеләргә лә күп витамин, бигерәк тә С витамынын ашау талап ителә.
Был сир менән көрәштә иң мөһиме - организмды сыныҡтырыу. Саф һауала күберәк йөрөргә, еүеш таҫтамал менән тәнде ышҡырға, физик күнекмәләр яһарға кәрәк. Киҙеү эләктергәндәргә лә, сәләмәт кешеләргә лә күп витамин, бигерәк тә С витамынын ашау талап ителә. Иммунитетты нығытыу өсөн өй шарттарында ла дарыу әҙерләргә була. Яртышар стакан шалҡан һәм кишер һутына берәр аш ҡалағы бал һәм лимон һуты ҡушығыҙ. Миҙгелле ауырыуҙар ваҡытында иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк. Өҫтәлегеҙҙән һарымһаҡ һәм һуғанды өҙмәгеҙ, уларҙың фитонцидтары вирустарҙы үлтерә. Тымау башланған саҡта берәр сәй ҡалағы юл япрағы, йүкә сәскәһе һәм бөтнөктән эшләнгән үлән сәйе ярҙам итә. Юл япрағы танауҙан “һыу ағыуҙы” туҡтата. Әгәр сәсәп йүтәлләйһегеҙ икән, ябай ҡара сәйгә 10-20 тамсы имбирь төнәтмәһен өҫтәгеҙ.
* Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.