Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Яҡындарығыҙҙың сәләмәтлегеген ҡайғыртырһығыҙ. Был үҙегеҙҙең һаулығығыҙға кире тәьҫир итер. Эштә инициатива күрһәтергә кәрәк булыр. Һөйгәнегеҙгә мөхәббәтегеҙҙе белдереүҙән оялмағыҙ. Кеше араһына күберәк сығығыҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Аҙнаның тәүге яртыһы килем-сығымдарҙы иҫәпләү өсөн уңышлы. Эштә конфликтҡа инеүҙән ситтә тороғоҙ. Йорттағылар һеҙҙе һаранлыҡта ғәйепләр. Сәләмәтлек торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Уңышлы көнөгөҙ - дүшәмбе.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы. Тик хеҙмәт урынында күңелһеҙлектәр көтә. Эште ҡуйыртмаҫ өсөн һәр һүҙегеҙҙе уйлап әйтегеҙ. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арынығыҙ. Дуҫтарығыҙ, күршеләрегеҙ менән бәхәсләшмәгеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Бер сәбәпһеҙгә кәйефегеҙ төшөр. Был эште еренә еткереп башҡарырға ҡамасаулар, шул арҡала етәкселектән шелтә алырһығыҙ. Күберәк ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға бағышлағыҙ. Күптәрҙең хыялы тормошҡа ашыр.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Бик шәп хәбәр еткерерҙәр үҙегеҙгә. Алдығыҙҙа ҙур мөмкинлектәр асылыр. Дуҫтар менән осрашырға ваҡытығыҙ булмаҫ. Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен осратыуҙары ихтимал. Бер нисә отошло проект төҙөүегеҙ бар. Әллә ни сығымдар көтөлмәй.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Ишеткән һәр хәбәргә ышанып бармағыҙ. Күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итерһегеҙ. Йортоғоҙҙо матурлау өсөн бар көсөгөҙҙө һалырһығыҙ. Автомобилдә булһағыҙ, юлда осраған кешеләр янына туҡтамағыҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Был аҙнала ижад менән шөғөлләнеү теләге уяныр. Күргәҙмәгә, театрға, музейға барырһығыҙ. Аҙна уртаһында туғандарығыҙ менән талашмағыҙ. Финанс мәсьәләләренә дуҫтарығыҙ ҡыҫылырға тейеш түгел. Һөйгәнегеҙ менән аралар һыуыныр.
Саян (24.10 – 22.11)
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштәрҙең осона сығырға кәрәк булыр. Маҡсатҡа ынтылыусылар ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сыға алыр. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә юл ҡуймағыҙ. Дуҫтарығыҙ менән осрашыу кәйефегеҙҙе күтәрер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элекке проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырһығыҙ. Дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә эске һиҙемләүегеҙ ярҙам итер. Кеҫәгеҙ ҡалынайыр. Яңғыҙҙар үҙ ише булырҙар кешене осратыр. Ғаиләлә ваҡ-төйәк өсөн ыҙғыш сығыр.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үткәндәрҙе ҡайтарырға тырышмағыҙ, ә маҡсатығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ. Оло быуын вәкилдәре менән аңлашыуы ауыр булыр. Хеҙмәттәштәрегеҙгә үҙегеҙҙең эшегеҙгә ҡыҫылырға ирек бирмәгеҙ. Медицина тикшереүенән баш тартмағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Алыҫта йәшәгән туғандарығыҙ, күрше ҡалаларҙағы дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ осрашығыҙ. Сәйәхәттәр донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәртер. Килемегеҙ артыр, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Хеҙмәттәштәргеҙе менән араны боҙмаҫҡа тырышығыҙ.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Көтмәгәндә ниндәйҙер бүлекте етәкләргә тәҡдим итерҙәр. Уйлап та тормайынса, ризалашығыҙ. Был һеҙгә карьера баҫҡысынан үрләргә ярҙам итәсәк. Бауырығыҙға иғтибар итегеҙ, тоҙло, ыҫланған аҙыҡтан баш тартығыҙ.