Аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай.
Балсыҡ һауытта һаҡланған һөт әсемәй, ә яңылыш бармағыңды ҡырҡып ебәреп, балсыҡ һөртһәң, ул ҡанды туҡтата, яраны тиҙ уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ ул организмдан төрлө шлак, ағыуҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, артрит, остеопороз, бронхит, ангина кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда ла балсыҡты уңышлы ҡулланалар. Был матдә косметологияла ла мөһим урынды алып тора. Унан йәшәртеүсе, туҡландырыусы битлектәр эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур. Ләкин иң файҙалы дарыу ҙа күп ашаһаң, ағыуға әйләнә, тиҙәр. Балсыҡты тик дарыуханан алғанын ғына ашарға кәрәк, 21 көндән артыҡ артыҡ ҡулланыу рөхсәт ителмәй, сөнки кешелә бәйлелек барлыҡҡа килә. Килеп сыҡмаһа, кунжут ашағыҙ. Ә һәр ваҡыт балсыҡ ҡулланыу организмға зыян килтереүе бар.
Балсыҡ ашағы килеү – ул кальций етмәү билдәһе түгел, организмда башҡа ауырыу барлығы иҫкәртеүе. Шуға күрә башта терапевҡа күренеү һәм ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертеү мөһим.