газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Ноябрь 2020, 01:14

Яһалма керпек күҙ өсөн зыянлы

Матур булырға теләп, ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә аҙымға бармай.

Матур булырға теләп, ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә аҙымға бармай. Әйтәйек, яһалма керпек үҫтереүселәр артҡандан-арта бара. Офтальмология клиникаһы табиптары аңлатыуынса, был модаға кергәндән бирле, күз инфекцияһы ауырыуҙары артҡан. Күҙ ҡабағы зарарланыу осраҡтары ла шаҡтай. Яһалма крепек блефарит ауырыуына ла сәбәпсе. Әлеге ауырыу ваҡытында күҙ ҡабаҡтары, керпек аҫты шешә, был инфекцияны дауалау шаҡтай ауыр. Керпек ҡойолоу ҙа йыш күҙәтелә. Ә керпеге булмаған кешелә күҙ ауырыуҙары килеп сығыу ихтималлығы тағы ла арта. Сөнки керпектәр кешене туҙандан, елдән һаҡлай. Шуға, гүзәл заттар яһалма керпек ҡуйҙыртыу алдынан уйланһын ине: һатып алынған ауырыу кәрәкме?
Автор фотоһы.
Читайте нас