Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Ноябрь 2020, 01:10

Тарттырылған түшәмдең ниндәйен һайларға?

Тарттырылған түшәмдәр көндән-көн популярлаша бара.

Тарттырылған түшәмдәр көндән-көн популярлаша бара. Уның ялтырай торғаны (глянцевый) һәм тоноғо (матовый) бар.
Ялтырауыҡ түшәм бинаны ҙурыраҡ, түшәмде бейегерәк итеп күрһәтә. Әммә ул көҙгө кеүек шкаф өҫтөндә, антресолдәрҙә нимә барлығын күрһәтеп торасаҡ. Шуға артыҡ ҙур бүлмәгә был вариант отошло түгел.
Тоноҡ түшәм иғтибарҙы артыҡ йәлеп итмәй. Ваҡыт уҙыу менән төҫөн юймай, ярылмай. Көҙгө ролен үтәмәй, теләһә ниндәй майҙанлы бүлмәгә лә тап килә, тик киңлекте ҙурайтып күрһәтмәй.
Тарттырылған түшәмдең материалында туҙан ҡуныуға ҡаршы тороусан фторопласт бар. Шулай ҙа уны ике-өс йылға бер йыуырға кәрәк. Бының өсөн йомшаҡ губка, йөн йә иһә кизе-мамыҡ туҡыма ҡулланырға мөмкин. Таҙартыу өсөн шыйыҡсаларҙың төрлө химик матдәләр ҡушылмағанын һайлағыҙ. Күбек ҡалдыҡтарын һаҡ ҡына йомшаҡ сепрәк менән һөртөргә һәм яҡшылап ҡороторға.
Автор фотоһы.
Читайте нас: