* Бешерер алдынан сүпрәле ҡамырға бешкән картуфты ваҡ ҡырғыс аша ҡырып һалһаң, ул йомшаҡ, ҡабарынҡы булыр (1 кг онға 2-3 картуф).
* Сүпрәле ҡамыр үҙенең күләменән ике тапҡырға нығыраҡ ҡабарһа, ул әҙер тип иҫәпләнә.
* Лимон кислотаһын һәм ванилинды кремға, ҡамырға ҡушыр алдынан әҙ генә йылы һыуға һалып бутағыҙ, шу саҡ уларҙың хуш еҫе тигеҙ таралыр.
* Ҡатлаулы ҡамырҙы түбән температуралы бешереү ауыр. Шуның өсөн духовкала уның өсөн иң ҡулайлы температура 210-230 С.
* Печеньеға тип әҙерләнгән ҡамырҙы шәкәре ирегәнсе тотһаң яҡшыраҡ.
* Пирожки өсөн тәғәйенләнгән эслекте мотлаҡ бүлмә температураһына еткереп һыуытырға кәрәк, юғиһә, пирожки ике яғынан ярыласаҡ.
* Һәр төрлө пирожки оҙаҡ ваҡыт йомшаҡ булып ҡалһын тиһәгеҙ, бешереп алғас та еүеш салфетка, ә уның өҫтөнән ҙур таҫтамал менән ябып, һыуынғансы шулай тоторға.
* Концентраттан йәки онтаҡтан әҙерләнгән һөт ҡамырҙың тәмен яҡшырта ғына.