газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
9 Ноябрь 2020, 12:15

Өс тапҡыр иләктән үткәр

Берәү остазына килә һәм:- Иң яҡын дуҫың һинең хаҡта нимә әйткәнен беләһеңме? – тип һорай.- Ашыҡмай тор, - тип уны туҡтата уҡытыусыһы, - иң тәүҙә миңә әйтергә теләгән һүҙҙәреңде өс тапҡыр иләктән үткәр.

Берәү остазына килә һәм:
- Иң яҡын дуҫың һинең хаҡта нимә әйткәнен беләһеңме? – тип һорай.
- Ашыҡмай тор, - тип уны туҡтата уҡытыусыһы, - иң тәүҙә миңә әйтергә теләгән һүҙҙәреңде өс тапҡыр иләктән үткәр.
- Иләктән?
- Нимәлер әйтер алдынан уны өс тапҡыр иләктән үткәрергә кәрәк. Беренсеһе – дөрөҫлөк иләге. Миңә әйтергә уйлаған һүҙҙәрҙең бөтәһе лә дөрөҫ икәненә үҙең ышанаһыңмы?
- Юҡ та, мин ишеттем...
- Бик яҡшы. Тимәк, был һүҙҙәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнен белмәйһең. Ярай улай булғас, уларҙы икенсе иләк – мәрхәмәтлек аша үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында ниндәйҙер яҡшы нәмә әйтергә теләйһеңме?
- Юҡ, киреһенсә...
- Тимәк, - тип дауам итә остазы, - һин уның хаҡында ниндәйҙер насар нәмә әйтергә йыйынаһың. Ә үҙең хатта былар дөрөҫмө, юҡмы икәнен дә белмәйһең. Әйҙә, өсөнсө иләк – файҙа аша үткәрәйек. Әйтергә теләгән һүҙҙәреңде мин мотлаҡ ишетергә тейешме һуң?
- Юҡ, ул тиклем үк мөһим түгелдер тип...
- Бына бит, - ти остаз, - һинең миңә әйтергә теләгән һүҙҙәреңдә дөрөҫлөк тә, изгелек тә, ышаныс та юҡ. Шулай булғас, быны ни өсөн әйтеп торорға?
Фото: ok.ru
Читайте нас: