Иртән хуш еҫ бөркөп торған ҡайнар ғына ҡәһүә эсеүҙәргә ни етә икән? Ул кәйефте күтәрә, көс өҫтәй. Күптәр уны йорт шарттарында үҙҙәре бешереүҙе хуп күрә. Тик уны барыһы ла дөрөҫ әҙерләй беләме икән? Тәмле һәм хуш еҫле ҡәһүә эсәм тиһәгеҙ, ваҡыт һәм сыҙамлыҡ талап ителер. Уның ҡарауы, һөҙөмтә бар.
* Ҡәһүә бешерер өсөн тик таҙа һыу ҡулланығыҙ. Бының өсөн һыу таҙарта торған фильтрҙы файҙаланырға мөмкин. Крандан алынған һыу тураһында онотоғоҙ.
* Ҡабаланмағыҙ. Ҡәһүәне туркала бешерер булһағыҙ, уны иң талғын утҡа ҡуйығыҙ.
* Тәмле ҡәһүә эсергә теләһәгеҙ, тар муйынлы турка һайлағыҙ. Шул сағында хуш еҫле булыр.
* Бер семтем генә тоҙ һалығыҙ. Ул эсемлек тәмендә һиҙелергә тейеш түгел. Әммә тап аҙ ғына тоҙ ҡушылған ҡәһүәнең тәме иҫ киткес булыр.
* Имбирь ҡушһағыҙ ҙа, отолмаҫһығыҙ. Тоҙ менән имбирҙе һыулы туркаға ҡәһүәнән алда һалығыҙ.
* Көрән шәкәр ҡулланығыҙ.
* Ҡәһүәне ҡайнау хәленә еткәс тә плитәнән алығыҙ. Бер минут көтөгөҙ һәм тағы плитәгә ҡуйығыҙ. Йыбанмағыҙ, ошолай өс тапҡыр ҡабатлағыҙ.
* Сифатлы бөртөклө ҡәһүә ҡулланығыҙ. Онталғаны тураһында онотоғоҙ.
* Ҡәһүә әҙер булғас та, уны стаканға һалырға ашыҡмағыҙ. 30 секунд тирәһе көтөгөҙ.