газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Октябрь 2020, 23:32

19 - 25 октябргә аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)Ташып торған энергияғыҙ бер урында ултырырға ирек бирмәҫ. Шулай ҙа, бер эштән икенсеһенә һикермәгеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 19.04)
Ташып торған энергияғыҙ бер урында ултырырға ирек бирмәҫ. Шулай ҙа, бер эштән икенсеһенә һикермәгеҙ. Ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан планлы барығыҙ. Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ, яңы таныштар табырһығыҙ.
Буға (20.04 – 20.05)
Шишәмбе отошло эшлекле килешеү төҙөрһөгөҙ. Докуметтарға ҡул ҡуйғанда үтә лә иғтибарлы булығыҙ. Шаршамбы хеҙмәт урынындағы конфликтлы хәлде яйға һалырға тырышығыҙ. Сәләмәтлек тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Яңы проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн шәп осор. Йома һөйгәнегеҙ менән сәйәхәткә юлланыу ҡамасауламаҫ. Ул онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр. Йорт эштәре менән булышығыҙ. Дуҫтар менән аралашыуҙы бер аҙ кәметергә кәрәк.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Аҙна һеҙҙе ныҡлыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа һынар. Автомобилгә идара иткәндә һаҡ булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Шау-шыулы саралар ҡыҙыҡһындырмаҫ. Ялдарҙы өйҙә тыныс мөхиттә үткәреүҙе өҫтөн күрерһегеҙ.
Арыҫлан (23.07 – 22.08)
Финанс юғалтыуҙарға әҙер булығыҙ. Хафаланмағыҙ, бюджетығыҙ тиҙҙән тулыланыр. Етди мәсьәләләр арҡаһында ғаиләгеҙҙә ыҙғыш сығыр. Уны тиҙ генә хәл итеп булмаҫ. Балаларығыҙ уңыштары һәм тәртиптәре менән шатландырыр.
Ҡыҙ (23.08 – 22.09)
Сәйер ваҡиғаларға юлығырһығыҙ. Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ. Көнсөл хеҙмәттәштәрегеҙҙән йыраҡ тороғоҙ. Физик күнегеүҙәргә ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ - фитнесҡа йәки бейеүгә йөрөгөҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Яҡындарығыҙға тауҙай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Сәләмәтлек торошон даими контролдә тотоғоҙ. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла яҡшы. Эштә бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ. Аҙна спорт, ижад менән менән шөғөлләнеү өсөн уңышлы.
Саян (24.10 – 22.11)
Яҙмыш төрлө һынауҙар ҡуйыр: бәхетле мәлдәр ҙә, моңһоуҙары ла етерлек булыр. Ҡайһы бер таныштарығыҙҙы тормошоғоҙҙан һыҙып ташлау хәйерлерәк, юғиһә хыянат оҙаҡ көттөрмәҫ. Хроник ауырыуҙарҙың ҡуҙғыуы ихтимал.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Сәләмәтлек торошоноң яҡшы булыуы бөтә башланған эштәрҙе тамамларға мөмкинлек бирер. Ғаиләгеҙҙә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар кәйефегеҙҙе төшөрөр. Әммә улар тиҙҙән хәл ителәсәк. Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡсағыҙҙы күп сарыф итмәгеҙ. Эре әйбер һатып алыу кәңәш ителмәй. Үҙегеҙ тураһында ғәйбәт ишетерһегеҙ. Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, шул сағында ғына эш ҙурға китмәҫ. Шәхси тормошоғоҙҙо тәртипкә һалырға ваҡыт.
Һыуғояр (21.01 – 18.02)
Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп булмауын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Проблемаларығыҙ тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында алыҫ сәйәхәткә юлланырға мөмкин. Саф һауала йыш йөрөү сәләмәтлегегеҙгә ыңғай йоғонто яһар.
Балыҡ (19.02 – 20.03)
Ошо осорға мөһим осрашыуҙар планлаштырылған булһа, уны кисектереп тороу хәйерле. Үҙегеҙҙе ғаиләгеҙгә бағышлағыҙ. Ярҙамығыҙға мохтаж кешеләр өсөн ваҡыт табырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар ышаныслы.
Читайте нас: