Йондоҙнамә (12-18 октябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙе тыныс ҡына аҙна көтә. Күп ваҡытығыҙҙы ял итеп, дуҫтарығыҙ менән аралашып үткәрерһегеҙ. Береһе менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Күп аҡса түгерһегеҙ, әммә мохтажлыҡ булмаҫ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Тормошоғоҙҙа нимә генә булмаһын сабырлыҡ күрһәтегеҙ. Бөтә ҡушылған эштәрҙе аҙағына еткереп ҡуйырға тырышығыҙ. Ғишыҡ-мишыҡ ысын мөхәббәткә алып барып еткереүе мөмкин. Үҙаллы дауаланыу яҡшыға алып бармаҫ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Нимәнеңдер яҡшы килеп сығыуын теләһәгеҙ, инициативаны үҙегеҙгә алығыҙ. Матди хәлегеҙҙе банктан кредит ярҙамында ғына хәл итә алырһығыҙ. Күберәк физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү кәңәш ителә.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыуға форсат тейер. Бигерәк тә 17 октябрь үҙгәрештәр өсөн яҡшы көн. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртеп ебәрерһегеҙ. Ғаиләләге проблемалаҙы яҡындарығыҙ менән бергә хәл итегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙегеҙҙең төрлө яҡлап һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт. Әммә аяҡ салыусыларҙан һаҡ булығыҙ. Яратҡан кешегеҙ алдында артыҡ ғорур булмағыҙ, шул саҡ мөнәсәбәттәр һәйбәтләнер. Ғаилә ҡаҙнаһы тулыланыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эш урынын алыштырырға уйлаһағыҙ, был аҙна иң уңышлыһы. Яңы дуҫтар табыуығыҙ ҙа бар. Сәләмәт тормошо рәүеше алып барыуға ҙур иғтибар бүлә башларһығыҙ. Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән уҙғарыу хәйерлерәк.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Кемдер һеҙҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыр, әммә һеҙ был хәлдән лайыҡлы сығырһығыҙ. Эш хаҡына өҫтәмә түләрҙәр. Йәшәү урынын алыштырыу хаҡында уйлана башларһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән ҡараштарығыҙ тап килмәҫ.
Саян (24.10 – 22.11)
Ашығыу яҡшыға алып бармай, һәр документты яҡшылап тикшереп ҡул ҡуйығыҙ. Был осорҙа әҙерәк мөхәббәттән башығыҙ әйләнеп алыр. Дуҫығыҙға биргән кәңәшегеҙ файҙалы булыр. Аяҡтарығыҙ ауыртып ыҙалатыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тормошҡа ашырына үҙегеҙ ҙә ышанмаған пландарығыҙға тотонмағыҙ. Көнкүреш проблемаларын оҙаҡҡа һуҙмай хәл итегеҙ. Өйҙә ултырмағыҙ, бигерәк ял көндәре ҡаланан ситкә сыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ күңелле үтер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштә, ниһайәт, үҙегеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге тыуыр. Үҙегеҙҙе ышаныслы тотоғоҙ, шул саҡ етәксе хеҙмәтегеҙҙе баһалар. Ә өйҙә буран уйнар. Аҡсағыҙҙа әлегә экономиялап тотонорға тура килер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙгә ҙур аудиторияла сығыш яһарға тура килер. Кәрәк булһа, яҡындарығыҙҙан ярҙам һорарға оялмағыҙ, улар терәк булыр. Буласаҡ яҙмышығыҙҙы осратыу ихтималлығы ҙур. Юлда иплерәк йөрөргә ҡуша йондоҙҙар.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был аҙна һеҙҙең өсөн иң еңеле, уңышлыһы булмаҡсы. Ул яҡшы ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыр. Туғандарығыҙ менән йыш осрашырһығыҙ. Нимәлер һатып алырһығыҙ, өйөгөҙҙө матурларһығыҙ.