Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
9 Октябрь 2020, 22:42

Хикмәтле хикәйәт *Күңелегеҙҙә ауыр йөк йөрөтмәгеҙ

Бер кеше Аҡыл эйәһенә килгән һәм былай тигән: “Һин шундай аҡыллыһың, кәйефең һәр саҡ шәп, бер ваҡытта ла асыуланмайһың. Миңә лә шундай булырға өйрәт әле”.

Бер кеше Аҡыл эйәһенә килгән һәм былай тигән: “Һин шундай аҡыллыһың, кәйефең һәр саҡ шәп, бер ваҡытта ла асыуланмайһың. Миңә лә шундай булырға өйрәт әле”. Бер кеше Аҡыл эйәһенә килгән һәм былай тигән: “Һин шундай аҡыллыһың, кәйефең һәр саҡ шәп, бер ваҡытта ла асыуланмайһың. Миңә лә шундай булырға өйрәт әле”. Аҡыл эйәһе ризалаша һәм полиэтилен ҡапсыҡ һәм картуф алып килергә ҡуша:
- Кемгәлер асыуланһаң йәки үпкәләһәң, ошо картуфты ал да, бер яғына үҙеңдең исемеңде, икенсеһенә конфликтҡа ингән кешенекен яҙ, - ти.
- Шул ғынамы? - ти кеше.
- Юҡ, был ғына түгел. Картуф һалынған ҡапсыҡты һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә тейешһең. Кемгәлер үпкәләһәң, ҡапсыҡҡа картуф һалып бар, - тигән.
Кеше ризалаша. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, ҡапсыҡ тағы бер нисә картуф менән тулылана, күтәреп йөрөүе ауыр була башлай. Унан бигерәк, иң тәүҙә һалынған картуф боҙола, ҡайһыларылыр үҫә, бәғзеләре лайлалы шыйыҡса менән ҡаплана һәм һаҫыҡ еҫ сығара башлай.
Кеше Аҡыл эйәһенә килеп:
- Быны үҙең менән йөрөтөү бер нисек тә мөмкин түгел. Беренсенән, йөк ауыр, икенсенән, картуф боҙолдо. Башҡа кәңәш бир, - ти.
Ә Аҡыл эйәһе:
- Һинең менән дә шулай. Кемгәлер асыуланһаң, йә үпкәләһәң, күңелеңдә ауыр таш барлыҡҡа килә. Һин быны шунда уҡ аңламайһың. Тора-бара таштар күбәйә, ғәмәлдәр - ғәҙәткә, ғәҙәт характерға әүерелә. Кемделер үпкәләтһәң йәки үпкәләһәң, иң тәүҙә был таштың һиңә кәрәкме-юҡмы икәнлеген уйла.
Күңелебеҙҙә таш йыйып, йөк йөрөтмәйек. Унда изгелеккә, гүзәллеккә, күркәмлеккә генә урын булһын.
Читайте нас: