Кәбеҫтә аҙыҡ-түлек пленкаһына төрөп ҡуйғанда яҡшыраҡ һаҡлана. Һәр береһен айырым-айырым һауа инмәҫлек итеп 2-3 ҡат төрөргә һәм баҙға төшөрөргә кәрәк. Пленка кәбеҫтәгә мөмкин тиклем нығыраҡ йәбешһен.
Һарымһаҡ ваҡытынан алда кипмәһен, серемәһен өсөн, уны эмаль кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡаплап, аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.